Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИТРАТЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 1304

НИТРАТЛАШТЫРЫУ, органик берләшмәләр молекулаларына нитратлаштырыу агенттары ҡулланып NO2 нитротөркөмөн индереү. Тура Н. (водород атомын алмаштырыу), нитротөркөмдә икеләтә бәйләнешкә ҡушып алмашлы Н. (сульфо‑, диазо‑ һ.б. функциональ төркөмдәрҙе алмаштырып) айыралар. Электрофил (нитроний катионы м‑н), нуклеофил (нитрит‑ион м‑н) һәм радикал механизмдарына ярашлы үтә. Нитратлаштырыу агенттары итеп азот кислотаһы, уның көкөрт к‑таһы йәки олеум м‑н ҡатнашмаһы, азотлы к‑та тоҙҙары; азот к‑таһы, азот окcиды һәм органик нитраттарҙың Льюис к‑талары м‑н комбинациялары, азот к‑таһының һеркә к‑таһы йәки һыуһыҙ көкөрт ангидриды м‑н ҡатнашмаһы; апротон 2 полярлы эреткестәрҙәге һелтеле металдарҙың нитриттары һ.б. ҡулланыла. Лаб. практикаһында апротон нитратлаштырыу агенттары (нитраттар, нитроний тоҙҙары, полинитроберләшмәләр һ.б.) файҙаланыла. Электрофил Н. ароматик һәм гетероциклик берләшмәләр, олефиндар, СН‑кислоталар, аминдар, спирттар дусар ителә. Электродонорлы алыштырыусылары булған берләшмәләр о‑ һәм п‑урынға, электроноакцепторлылары — м‑урынға нитратлаштырыла. Нуклеофил Н. реакцияларына алкилгалогенидтар (күбеһенсә бромидтар, иодидтар), α-галогенкарбон к‑талары һәм уларҙың эфирҙары, алкилсульфаттар инә. Радикал Н. парафиндарға һәм олефиндарға хас. Шулай уҡ радикал Н. циклоалкендар, ацетилен, диалкил‑ һәм диарилацетилендар, катализатор ҡатнашлығында майлы ароматик берләшмәләрҙең алифатик ҡыр сылбыры дусар ителә. Тетранитрометан ҡулланып мононитроберләшмәләрҙең тоҙҙарын гем‑динитроалкандарға Н., шулай уҡ һуңғыларын α-галогеннитроалкандарҙан һелтеле шарттарҙа нитриттар ҡулланып синтезлау анион‑радикал механизмына ярашлы үтә. Башҡортостанда “Авангард” пр‑тиеһында Н. шартлаусан матдәләр, лак һәм лак-буяу материалдарын етештереү өсөн ҡулланыла. 1949 й. целлюлозаны Н. коллоксилин алына. 1962 й. өҙлөкһөҙ технология ҡулланып, 1970 й. инжектор технологияһы б‑са нитроэфирҙар етештереү үҙәге сафҡа индерелгән; процесс Алтай химия технологияһы ҒТИ (Бийск ҡ.) һәм Үҙәк фәнни- конструкторлыҡ бюроһы (Мәскәү) м‑н берлектә эшләнгән. 1971 й. инжектор технологияһын ҡулланып спирттарҙы, ш. иҫ. тәү тапҡыр глицеринды, Н. үҙләштерелә.  

Ф.М.Ғәзизов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: