Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТТЕ ҺЫУҘАН ҺӘМ ТОҘҘАРҘАН АЙЫРЫУ

Просмотров: 1244

НЕФТТЕ ҺЫУҘАН ҺӘМ ТОҘҘАРҘАН АЙЫРЫУ, нефтте һыу, минераль тоҙҙар һәм механик ҡушылмаларҙан таҙартыу юлы м‑н уны артабан эшкәртеүгә әҙерләү. Ер аҫты ҡатламдары һыуҙары (массаһы б‑са 1‑ҙән кәмерәктән 80—90%‑ҡа тиклем) сығарылған нефттә эмульсия рәүешендә була. Уларҙың барлыҡҡа килеүенә һәм стабилләштереүенә нефттәге тәбиғи эмульгаторҙар (асфальтендар, нафтен углеводородтары, ыҫмалалар) һәм диспергирланған механик ҡушылмалар (балсыҡ, ҡом, эзбизташ киҫәктәре, эремәүсе металдар берләшмәһе) булышлыҡ итә. Ҡатлам һыуҙары составына хлоридтар, сульфаттар, кальций, магний, натрий гидрокарбонаттары инә (нефттә 1% һыу булһа, 2500 мг/л тиклем тоҙҙар). Йылылыҡ алмаштырғыстар һәм мейес торбаларына ултырған тоҙҙар йылылыҡ тапшырыу коэф. кәметеп, коррозияға килтерә, тоҙҙар һәм механик ҡушылмалар нефть продукттары сифатын насарайта. Нефть промыслаларында алдан скважина эсендә деэмульсация үткәрелә, алдан айырылған һыуҙы өҫкә сығаралар. Һуңынан составы (хлоридтар 900 мг/дм3 артыҡ түгел, массалары б‑са 1%‑ҡа тиклем һыу һәм 0,05% тиклем механик ҡушылмалар) ГОСТ Р51858‑2002 талабына ярашлы булһын өсөн деэмульгатор ярҙамында 50—80°C т‑рала һәм 1,0 МПА тиклем баҫым аҫтында термохимик Н.һ. һ. т.а. үткәрәләр. Нефть эшкәртеү з‑дтарында өҫтәмә электротермохимик Н.һ. һ. т.а. эшләйҙәр, сөнки беренсе ҡыуыуға йүнәлтелгән нефть составының тоҙо 3 мг/л артмаҫҡа, массалары б‑са 0,1% һыу һәм 0,005% механик ҡушылмалары булырға тейеш. Башҡортостанда Н.һ. һ. т.а. б‑са тәүге ғилми‑тикшеренеү эштәре Б.В. һуғышы йылдарында башлана. Башҡ‑н нефть комб‑тының Үҙәк ғилми‑тикшеренеү лаб. хеҙм‑рҙәре М.З.Мәүлитова, Л.Ф.Чернявская тарафынан гудрондан деэмульгатор алыу ысулы тәҡдим ителә, ул 1942 й. Өфө НЭЗ‑ында индерелгән. Авиация яғыулығы һәм майҙары Үҙәк ин‑ты хеҙм‑рҙәре тарафынан Н.һ. һ. т.а. ҡоролмаһы (етештереүсәнлеге тәүлегенә 1500 т) эшләнә һәм 1943 й. Ишембай НЭЗ‑ында (ҡара: Ишембай катализаторҙар махсуслаштырылған химия заводы) файҙаланыуға индерелә. 50‑се йй. Н.Д.Грицев, Мәүлитова, Е.И.Суханкин һ.б. тарафынан туранан‑тура нефть промыслаларында берҙәм технологик цикл б‑са Н.һ. һ. т.а. ысулы тәҡдим ителә, 1956 й. Өфө ҒТИ тәҡдиме б‑са үҙгәртелгән Нарыш электр м‑н тоҙҙарҙан айырыу ҡоролмаһында (“Туймазанефть” НГДУ‑һы) ҡулланыла, һуңынан ш. уҡ технология б‑са БАССР, ТАССР, Куйбышев өлк. һ.б. промыслаларҙа нефтте тоҙҙарҙан айырыу ҡоролмаһы төҙөлә. Нефть эмульсияларының физик‑химик үҙенсәлектәре, уларҙың өҫкө йөҙҙә актив матдәләр м‑н тәьҫир итешеүе б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1960 й. илдә тәүге сәнәғәт һынауҙары үткәрелә һәм диссольван 4411 ионоген булмаған деэмульгаторын нефтте әҙерләү процесына индерелә (И.Д. Моратова, Мәүлитова, И.И.Чанышева). Бөтә Союз электр‑күмер изделиелары ҒТИ‑ның Мәскәү филиалы м‑н берлектә дипроксамин 157‑65М, проксанол 305‑50, проксамин 385‑50, реапон 4В, полиэтоксамин, Бөтә Союз нефть эшкәртеү ҒТИ м‑н берлектә — оксафор, “Буна” (ГДР) комб‑ты ТМ серияһынан, прогалит НМ 20/40, ДМ 43/43 деэмульгаторҙары эшләнә. 60‑сы йй. башында Мәүлитова етәкс. девон һәм күмерле нефттәр эмульсияларының ионоген булмаған деэмульгаторҙар м‑н тәьҫир итешеү законлыҡтары өйрәнелә, ҡатлам һыуҙарын айырып тәүҙә өҫкә сығарыу технологияһы тәҡдим ителә, Бөрө биләнендәге ятҡылыҡтарҙа (Арлан, Андреевка һ.б.) нефть эшкәртеүгә әҙерләү процесы аппаратураларын урынлаштырыу б‑са тәҡдимдәр индерелә. 80‑се йй. БашНИПИнефттә Д.С.Баймөхәмәтов етәкс. составында көкөртлө водород һәм тимер иондары булған төрлө нефть ҡатышмаһын Н.һ. һ. т.а. технологияһы, деэмульгаторҙар сығымдарын тикшереү һәм уларҙың “Башнефть” АНК промыслыларында ҡулланылған башҡа химик реагенттар м‑н яраша алыуын баһалай торған ысулдар эшләнә. 1990 й. алып Баймөхәмәтов, Д.М.Бриль, В.Ф. Голубев, Ш.Ғ.Ғатауллин, О.М.Йосопов, В.А. Крюков, К.Р.Низамов һ.б. тарафынан “Башнефть” АНК нефть промыслылары өсөн нефть, газ һәм һыу йыйыу системаларын проектлау һәм реконструкциялау, тәүге осорҙа һыуҙы айырып сығарыуҙы тәьмин итеү һәм эйәртелеп сыҡҡан һыуҙың төп өлөшөн баҫым м‑н тултырған скважиналарға ебәреп үтилләштереү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелгән. Нефть әҙерләү ҡоролмаһына килгән продукцияның һыуланыуын 90—95%‑тан алып 10—30%‑ҡа тиклем, нефть йыйыу коллекторындағы баҫымды 30%‑ҡа тиклем, коллекторҙар участкаларына индерелгән һурҙырып ағыҙыуға киткән электроэнергияны 30%‑ҡа, яғыулыҡ һәм деэмульгаторҙарҙы сарыф итеүҙе 20%‑ҡа, үткәргес торбалар коммуникацияһының оҙонлоғон 1,5—2 тапҡырға кәметергә, тауар паркын һәм таҙартыу ҡоролмаларын 50%‑ҡа бушатырға, ағынты һыуҙарҙың кәрәгенән артыҡ кислородҡа туйыныуын булдырмау һәм уларҙың коррозион агрессивлығын кәметергә мөмкинселек биреүҙе айырып тәүҙә өҫкә сығарыу һәм ер аҫтынан сығарылған һыу әҙерләү өсөн герметиклаштырылған система эшләнә һәм файҙаланыуға тапшырыла. Ауыш торбалы һыу айырғыстан һыуҙы тышҡа ағыҙғандан һуң 30 км алыҫлыҡҡа тиклем нефть һәм газды бергә винт рәүешендә өйөрөлтөп ҡыуа торған насостар ҡулланыу газ үткәргестәр һәм магистраль һыу үткәргестәр төҙөмәйенсә нефть эшкәртеүҙең үҙәк пункттарына нефть һәм газды ҡыуҙыра ала (Д.Ю.Гизбрехт). БР промыслыларында Рәсәйҙә эшләнгән деэмульгаторҙар ҡулланыла (1996 й. сит илдән килтерелгән өлөшө 70% тәшкил итә). 

М.К.Баймөхәмәтов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: