Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҒЫУЛЫҠТЫ КӨКӨРТТӘН ТАҘАРТЫУ

Просмотров: 1551

ЯҒЫУЛЫҠТЫ КӨКӨРТТӘН ТАҘАРТЫУ, нефтте, нефть продукттарын көкөрт ­һәм уның берләшмәләренән таҙартыу. Химик (көкөрт к‑таһы, һелте, гипохлорит м‑н һәм окисландырыу, ш. иҫ. металл, уның оксидтары, тоҙҙары һ.б. м‑н эшкәртеү), физик‑химик (экстракция — шыйыҡ плюмбит, селектив эреткестәр м‑н; адсорбция — боксит, силикагель һ.б. м‑н), гидрокаталитик (гидротаҙартыу, гидрогенолиз, гидрокөкөртһөҙләндереү) ысулдар ярҙамында башҡарыла. Башҡортостанда Я.к.т. ысулдары 20 б. 30‑сы йй. үҫешә башлай һәм Ишембай нефть ­ят­ҡылығында юғары көкөртлө нефть сығарыу, Янар ҡаҙылмалар ин‑ты (Мәскәү), СССР ФА‑ның Урал филиалы (Свердловск ҡ.) ғалимдары тарафынан газ фракцияларын, бензин, кәрәсин һәм майлағыс майҙарҙы көкөрттән таҙартыу мөмкинлектәрен өйрәнеү м‑н бәйле була. Н.Д.Зе­линский, Ю.К.Юрьев тарафынан тәүге тапҡыр бензин хлорлы алюмин өҫтөндә йылытыу юлы м‑н көкөрттән таҙартыла (0,392%— 0,095% көкөрт; стандарт — 0,1%). Н.И.Черножуков етәкс. бензинды натрий гипохлориты (яҡынса 0,1% көкөрт), кәрәсин дистиллятын плюмбит һәм натрий гипохлориты (1,36%‑ҡа тиклем көкөрт; 10%‑лы көкөрт к‑таһын артабан 2%‑лы асканит м‑н өҫтәмә таҙартыу көкөрт миҡдарын 0,3%‑ҡа тиклем түбәнәйтә) м‑н көкөрттән таҙартыу үткәрелә. Кәрәсинде 50°С булғанда 3%‑лы хлорлы алюмин м‑н артабан һелтеле эреткес (0,220%‑ҡа тиклем көкөрт) йәки ‑10°С булғанда шыйыҡ көкөртлө ангидрид ярҙамында (0,217%‑ҡа тиклем көкөрт) эшкәртеү юғары һөҙөмтә бирә. В.Г.Плюснин, И.М.Полякова бензин һәм кәрәсин дистилляттарын көкөрттән таҙартыу өсөн плюмбит, гипохлорит, һыуһыҙ хлорлы алюмин, шыйыҡ көкөртлө ангидрид, 3%‑лы көкөрт к‑таһы м‑н экстракциялауҙы ҡуллана. С.С. Намёт­кин, Р.С.Тенева Байғужа, Мырҙаш балсыҡтарын перколяцион фильтрлау, цинк оксиды һәм көкөрт к‑таһы м‑н (1,0—1,6%‑ҡа тиклем көкөрт) эшкәртеү аша майлағыс майҙарҙы көкөрттән таҙартыуҙы өйрәнә. И.Н.Тиц, Н.И.Шуйкин тарафынан бензинды көкөрттән таҙартыу атм. баҫымында никель йәки алюмин‑никель катализаторы (0,1%‑ҡа тиклем көкөрт) ҡатнашлығында каталитик гидрирлау юлы м‑н үткәрелә, һуңынан тиҙ ағыуланыу һөҙөмтәһендә башҡа шарттар (баҫым 20—50 атм., 300—400°С т‑ра) тәҡдим ителә. Бензин‑кәрәсин фракцияларын көкөрттән таҙартыу молибден сульфиды (В.С.Арбузов, К.П.Лав­ровский, П.В.Пучков), хром оксиды (Б.Л.Молдавский, В.Н.Покорский) булғанда һөҙөмтәле, көкөрт миҡдары 0,2 һәм 0,1%‑тан кәмерәк була. Шулай уҡ бензинды көкөрттән та­ҙартыу б‑са тикшеренеүҙәр Физика­ институтында ­үткәрелә (Е.М.Гу­барев). Б.В. һуғышы йылдарында А.Н.Башкирова, Н.М.Караваева етәкс. еңел дистилляттарҙы бер үк ваҡытта ароматик бензин (45%‑ҡа тиклем) алып көкөрттән таҙартыу технологияһы эшләнә. СССР ФА‑ның Нефть ин‑тында, Бөтә Союз нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (Мәскәү), Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда, СССР ФА БФ‑тың Химия бүлегендә Урал‑Волга буйы көкөртлө нефттәрен гидротаҙартыу процестарының рентабеллеген күтәреү һәм дистилляттарҙа булған көкөрт берләшмәләрен рациональ файҙаланыу маҡсатында тикшеренеүҙәр үткәрелә. Р.Д.Оболенцев етәкс. гидротаҙартыу шарттарында алюмосиликат (Л.Н.Ғабдуллина, В.И.Дронов), алюмокобальтмолибден (А.В. Машкина) йәки саф ағалтын (Д.М. Ториков) катализаторы булғанда көкөрт берләшмәләренең әүерелеше өйрәнелә. Гидрогенолиз ваҡытында кө­көрт берләшмәләренең айырым төркөмдәренең реакцияға һәләте асыла. Арлан, Тирәкле, Саҡмағош һ.б. юғары көкөртлө нефттәрҙе (сығанаҡ нефттә 2,1— 3,5% көкөрт, көкөрттән таҙартылғанда — 0,1—0,6%) тәрәндә көкөрттән таҙартыу мөмкинлеге тикшерелә. ГОСТ нормаларына тап килгән аҙ көкөртлө мазут һәм асыҡ нефть продукттары алына. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (Г.А.Берг, Д.Ф. Вар­фоломеев, Pәфҡәт M.Мәсәғүтов) юғары көкөртлө нефттәрҙең газойлен (каталитик ­крекинг сеймалы) алдан гидрокөкөртһөҙләндереүҙең аҙ сығымлы булыуы билдәләнә. Варфоломеев, Плюснин углеводородтарҙы алкиллаштырыу процесында (катализатор — һыуһыҙ фторлы водород) айырылып сыҡҡан водородты ҡулланып икенсел сығанаҡлы дистилляттарҙы автогидротаҙартыу процесын эшләй. 70‑се йй. башлап илдең нефть эшкәртеү з‑дтарында каталитик гидрогенизациялау юлы м‑н көкөрттән таҙартыуға асыҡ тура ҡыуылған, термокаталитик (газойлдәр, кокслаштырыу, крекинг продукттары) дистилляттар (350°С тиклем), платформинг, каталитик крекинг, майҙар етештереү өсөн сеймал дусар ителә. Шулай уҡ ҡара:­ Меркаптан һыҙлаштырыу.

Н.К.Ляпина

Тәрж.­ Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: