Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЮТИК

Просмотров: 763

ЛЮТИК (Ranunculus), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 600 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 13 төрө билдәле. Күп, бер йыллыҡ ер өҫтө, һирәкләп һыу үләне. Һабағы һутлы, төҙ, үрмәле йәки түшәлеүсән, бейеклеге 5—100 см. Япрағы ябай, бөтөн, бармаҡ һымаҡ (айырсалы йәки теленмә), сиратлы, һаплы йәки ултырма. Сәскәһе һары төҫтә, ваҡ йәки эре, дөрөҫ төҙөлөшлө, ике енесле, сәскә һаптарында. Сәскәлеге тәлгәш йәки һепертке һымаҡ, сәскәләре һирәк осраҡта яңғыҙар. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — күп сәтләүекле, июнь—авг. өлгөрә. Дымлы болондарҙа, һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, ҡыуаҡлыҡтарҙа, урмандарҙа; Гмелин Л., күп япраҡлы Л. — һаҙлыҡситтәрендә һәм һыу ситтәрендә; күп тамырлы Л. далала, һирәк урмандарҙа һәм ҡаяларҙа үҫә. Декоратив үҫемлек (оҙон япраҡлы Л., күп сәскәле Л), мал аҙығы үҫемлеге (бореаль Л., үрмәләүсе Л.), бал лы үҫемлек (алтын сәскәле Л., ағыулы Л.), ағыулы үҫемлек (әрнеткес Л., ағыулы һ.б. төрҙәре). Составында алкалоидтар, кумариндар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: