ЙЫЛАНҠУҘАҠ
ЙЫЛАНҠУҘАҠ (Lotus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда күренмәгән Й. (күп йыллыҡ) һәм украин Й. (бер йыллыҡ) үҫә. Һабаҡтары йәйенке, күтәрелеүсән йәки төҙ, бейеклеге 10—40 см. Япраҡтары парһыҙ ҡауырһынлы, 5 кире йомортҡа формаһындағы, ултырма тиерлек 5 япраҡса м‑н, аҫҡы 2‑һе дөйөм һаптың төбөндә урынлашҡан һәм япраҡ ҡолаҡсындары рәүешендә. Сәскәләре һары, асыҡ һары төҫтә, 3—5‑ләп сатыр‑баш рәүешле оҙон һаплы сәскәлектәргә йыйылған. Касаһы ҡыңғырау формаһында, биш тешле, ике иренле. Май—сент. сәскә ата. Емеше — цилиндр формаһындағы күп орлоҡло ҡуҙаҡ, июнь— окт. өлгөрә. Украин Й. болон, аҡлан, яҡты урман, юл буйҙарында, башлыса Башҡортостандың Урал алдында, күренмәгән Й. Башҡортостандың Урал аръяғында дымлы болондарҙа үҫә. Мал аҙығы үҫемлектәре. Баллы үҫемлектәр.
А.А.Реут
Тәрж. Г.А.Миһранова