Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘК

Просмотров: 677

МӘК (Papaver), мәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 250 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың субарктик, уртаса, субтропик бүлкәттәрендә, Көньяҡ Америкала, Көньяҡ Африкала һәм Австралияла таралған. Башҡортостанда ҡыр М. үҫә. Һөт һымаҡһутлы бер йыллыҡүлән. Һабағы 30—60 см бейеклектә, төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, ҡаты горизонталь төк мн ҡапланған. Япрағы эре, ҡауырһын һымаҡ теленмә, сегменттары оҙон, ланцет, осло һәм йыш киртләсле-тешле йәки бер аҙҡырҡылған ситле. Сәскәһе сағыу ҡыҙыл, эсендәҙур ҡарағусҡыл тап бар. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—авг. өлгөрә. Баҫыуҙа, ҡалдау ерҙә, баҡсала һәм юл буйында сүп үләне булып үҫә, БРҙа һирәк осрай. Составында алкалоидтар, майлы кталар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ағыулы үҫемлек. Декоратив үҫемлек

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019