Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТТАБАН

Просмотров: 472

ЭТТАБАН, м а н ж е т к а (Alchemilla), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 350 төрө билдәле, Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә һәм Африка тропиктарының тауҙарында таралған. Башҡортостанда 44 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, күтәрелеүсән йәки түшәлеүсән, бейеклеге 10—50 см тиклем. Япраҡтары 6—9 айырсалы, йомронан алып бөрө формаһына тиклем, тамыр яны япраҡтары оҙон һаплы, розеткала урынлашҡан, һабаҡ япраҡтары вағыраҡ, ҡыҫҡа һаплы, сиратлы. Сәскәләре ваҡ, каса һымаҡ, йәшелдән алып һары‑йәшел төҫкә тиклем, кәүшәк йәки тығыҙ йомғаҡсаларҙан торған һепертке йәки ҡалҡан‑һепертке сәскәлектәргә йыйылған. Июнь— июлдә сәскә ата. Емеше — сәтләүек, июль—авг. өлгөрә. Болондарҙа, урман ситтәрендә һәм күбеһенсә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралыныңтау‑урман зонаһындағы һирәк урмандарҙа үҫә. Мал аҙығы үҫемлектәре, декоратив үҫемлектәр. Составында дуплау матдәләре һәм флавоноидтар булған Бунге Э., нәфис Э., тау Э. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. 16 төрө (аҙ төклө Э., Гаральд Э., ирәмәл Э. һ.б.) Көньяҡ Уралдың эндемиктары булып тора.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: