Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛАБУТА ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 858

АЛАБУТА ҺЫМАҠТАР (Chenopodiaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. 105 заты, 1600 төрө билдәле, бөтә Ер шарында тиерлек, башлыса тропик булмаған арид өлкәләрҙә һәм диңгеҙ ярҙары янында таралған. Күп йәки бер йыллыҡ үлән, ҡыуаҡ, бәләкәй ҡыуаҡ, ярым ҡыуаҡ, бәләкәй ярым ҡыуаҡ, һирәк осраҡта бәләкәй ағас. Башҡортостанда 16 затҡа ҡараған 51 төрө үҫә (аксирис, дөйә үләне, петросимония, сведа, татырлан һ.б.). Күпселек төрҙәренең һабағы һутлы, төҙ йәки күтәрелеүсе, һирәгерәк яҫтыҡ рәүешендә, тармаҡлы, ҡайһы ваҡыт быуынлы. Япрағы ябай, төрлө формала, бөтөн һәм тигеҙ ситле, ҡайһы ваҡыт итләс йәки ныҡ редукцияға бирелгән, һаплы йәки ултырма, сиратлы йәки ҡапма-ҡаршы, япраҡ ҡолаҡсындары юҡ. Сәскәһе йәшел йәки һары, ваҡ, сағыу түгел, төҙөк, ике енесле йәки айырым енесле. Сәскә эргәлеге ябай (ата сәскәләрҙә ҡайһы ваҡыт булмай), каса һымаҡ, 1—5 ирекле йәки өлөшләтә ҡушылып үҫкән япраҡтарҙан тора. Һеркәстәре 1—5, йышыраҡ һары йәки ҡыҙыл, емешлеге 1, емшәне өҫкө. Сәскәһе тығыҙ цимоз сәскәлектә — ҡатмарлы тәлгәш, башаҡ йәки һепертке һымаҡ сәскәлеккә йыйылған йомғаҡта, һирәк осраҡта сәскәһе яңғыҙ. Ел ярҙамында һеркәләнә. Емеше бер орлоҡло, сәтләүек һымаҡ, тороп ҡалыусы, ҡайһы ваҡыт итләс сәскә эргәлеге м‑н уратылған. А.һ. ҡый төрҙәренә гетерокарпия һәм гетероспермия хас. Ҡайһы бер төрҙәрҙең (сөгөлдөр, шпинат) емештәре, ҡуш емеш барлыҡҡа килтереп, бергә ҡушылып үҫә; ел, хайуандар ярҙамында таратыла. А.һ. йәшелсә һәм емеш-еләк баҡсаһы, ҡалдау, ташландыҡ ер, тоҙло тупраҡ, татырлыҡ, һыу ятҡылыҡтары яры, ҡоро һәм ташлы битләүҙә, һирәгерәк далала үҫә. Декоратив үҫемлек (баҡса алабутаһы, һепертке үлән һ.б.), мал аҙығы үҫемлеге (йәйенке һепертке үлән, майағас япраҡлы бассия һ.б.), баллы үҫемлек (аҡ алабута, баҡса ҡара алабутаһы һ.б.), ҡый үләне (алабута, ҡара алабута төрҙәре һ.б.). Составында алкалоидтар, сапониндар, флавоноидтар булған күп төрҙәре (бесәй тарыһы һымаҡ аксирис, ҡомлоҡ мөгөҙйемеше, тармаҡлы ҡара алабута һ.б.) халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Сөгөлдөр — техник, йәшелсә һәм мал аҙығы культураһы, шпинат — йәшелсә культураһы.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019