Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮГӘЙ ИНӘ ҮЛӘНЕ

Просмотров: 956

ҮГӘЙ ИНӘ ҮЛӘНЕ (Tussilago), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Ябай Ү.и.ү. төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Африкала, Төньяҡ Америкала таралған. Йәйелеүсән тармаҡлы тамырһабағы булған күп йыллыҡ үлән. Сәскә үрендеһе (иртә яҙҙа үҫешә) ябай, төҙ, бейеклеге 10—25 см, япрағы ҡуйы ҡыҙыл шәмәхә төҫтә, тәңкә, оҙонса‑йомортҡа рәүешле. Йәшел тамыр яны япрағы йомро‑йөрәк формаһында, ситтәре уйымлы‑киртләсле, өҫ яҡтан төкһөҙ, аҫтан аҡһыл кейеҙ төклө, сәскә атҡандан һуң үҫешә. Сәскәһе һары төҫтә, күп һанлы, кәрзиндәргә йыйылған: ситке инә сәскәләре телле, урталағы ата сәскәләр — көпшәле. Апр.—майҙа сәскә ата. Емеше — аҡ төҫтәге күп рәтле төктәрҙән торған өлпөлө о р л о ҡ с а , май—июндә өлгөрә. Һыу ятҡылыҡтары ярҙарында, балсыҡлы битләүҙәрҙә, ташландыҡ ерҙәрҙә, соҡорҙарҙа, дымлы урмандарҙа һәм ҡый үләндәре булып баҫыуҙарҙа үҫә; БР‑ҙың бөтә терр‑яһында таралған. Баллы, дарыу үҫемлеге. Мал ашай.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019