Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНУАРЦИЯ

Просмотров: 925

МИНУАРЦИЯ (Minuartia), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 130 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә, һирәгерәк субтропиктарҙың һәм тропиктарҙың тауҙарында таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Бер, күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары күп һанлы, тармаҡлы, бейеклеге 15—20 см. Япраҡтарының формаһы беҙ һымаҡтан алып тар ҡыяҡлыға тиклем. Сәскәләре ике енесле, аҡ төҫтә, биш өлөшлө, яңғыҙар йәки һабаҡ остарында ҡуйы булмаған ярымсатырға йыйылған. Каса япраҡсалары осло. Июнь—августа сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—сентябрҙә өлгөрә. Ҡаяларҙа һәм ташлы далаларҙа үҫә. Эндемик Крашенинников М. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының һәм Башҡортостандың Урал аръяғының урман‑дала һәм дала зоналарында таралған, Башҡортостандың Урал алдында (Таҙтүбә, Торатау һ.б.) табылған, эндемик Гельм М. башлыса республиканың тау‑урман зонаһында һәм төньяҡ‑көнсығышында Әй й. буйындағы ҡаяларҙа, реликт яҙғы М. һәм Урал М. Учалы районындағы Нәрәле һыртында осрай. Шулай уҡ Урал М. Машаҡ һыртының (Белорет районы) яланғас бүлкәтендә, Регель М. Башҡортостандың көньяғында (Ейәнсура һәм Хәйбулла райондары) табылған. Декоратив үҫемлектәр. Крашенинников М. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына, Гельм М. һәм Урал М. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023
Связанные статьи: