Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРАҠ

Просмотров: 721

МОРАҠ, һ а ҙ е л ә г е (Rubus chamaemorus), рубус затына ҡараған үҫемлек. Төньяҡ ярымшарҙың субарктик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ ике өйлө үлән. Һабағы ябай, төҙ, бейеклеге 5—30 см. Япрағы бөтөн, бөрө рәүешендә, тәрән булмаған биш айырсалы. Япраҡ ҡолаҡсыны кире йомортҡа формаһында. Сәскәһе эре, яңғыҙ, ос сәскәләре аҡ төҫтәге йәйенке тажлы. Май—июндә сәскә ата. Емеше — ҡыҙғылт һары йәки һары төҫтәге һутлы төшлө емеш, июль аҙ. өлгөрә. Күсмә һәм күтәренке торф һаҙлыҡтарында һәм һаҙланған урмандарҙа үҫә. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, Ирәмәл тауы массивы, Журавлиный һаҙлығы һ.б.) осрай. Башҡортостандың Урал алдында Салауат р‑нында Лағыр һаҙлығында үҫә. Витаминдарға, дуплау матдәләренә, органик кислоталарға, микроэлементтарға бай булған емештәрен аҙыҡ итеп һәм халыҡ медицинаһында ҡулланалар. Баллы үҫемлек

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019