Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“МӨХӘМӘҘИӘ”, мәҙрәсә

Просмотров: 1244

“МӨХӘМӘҘИӘ”, мәҙрәсә. 1847 й. Троицк ҡ. 2‑се йәмиғ мәсете (ҡара: Троицк тарихи йәмиғ мәсеттәре) эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Кешеләрҙән йыйылған иғәнә иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис м‑н имам‑хатип етәкселек иткән. Мәктәп тамамлаған ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле булған (йылына 10 һум). Уҡыу курсы — 7 йыл. 1896 й. алып уҡыу процесы яңы ысул м‑н уҡытыу системаһына (ҡара: Йәдитселек) нигеҙләнә, уҡыусылар дини генә түгел, донъяуи белем дә алған. Уҡыу программаһына ғәрәп теле, ислам филос. нигеҙҙәре, дини догматика (ҡәләм), фикһ, Ҡөрьән тәфсире, хәҙистәр өйрәнеү һ.б., ш. уҡ астрономия, геогр., тарих, матем., мед., психология, риторика, урыҫ һәм татар телдәре, физика, этика һ.б. ингән. Ятағы була. 1914 й. мәҙрәсәлә 250 шәкерт уҡый. Тамамлаусылар араһында Я.Ғ.Йомаев, З.Х.Рәсүлев һ.б. 1917 й. татар уҡытыусылар семинарияһы тип үҙгәртелә. 20‑се йй. башында ябыла. Мөҙәристәре: М.М.Бикмәтов, Н.Х.Мәҡсудов.

Әҙәб.: А б у б а к и р о в а М., Ш а м с у т д и н о в И., Х а с а н ж а н о в а Р. Историю оставить народу своему. Троицк, 2002. 

Р.Н.Ғизәтуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019