Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАМАҘ

Просмотров: 1517

НАМАҘ (фарс. доға), исламда көн һайын биш тапҡыр доға ҡылыу. Н. алдынан тәһәрәт алына, Намаҙ ваҡытында Аллаға табынғанлыҡты раҫлаған хәрәкәттәр яһала (руҡут, сәждә). Кейемдең һәм урындың таҙа булыуы шарт, шәриғәт ҡушҡан ваҡытта уҡыла: таңда — иртәнге Н., төш уртаһында — өйлә Н., төштән һуң — икенде Н., кис — аҡшам Н., төнгө мәлдә — йәстү Н. Йома көн өйлә Н. мәсеттә уҡыу тәҡдим ителә (йома Н.). Намаҙ уҡыусылар, Ҡәғбәгә ҡарап, тәкбир әйтеп, ғәрәп телендә “Әл‑Фатиха”ны, Ҡөрьәндең башҡа сүрәләренән өҙөктәр уҡый һәм тиҫбе тарта. Н. намаҙлыҡҡа баҫып уҡыла. 

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019