Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИҒМӘТУЛЛИН Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы

Просмотров: 1265

НИҒМӘТУЛЛИН Нурмөхәмәт Мәғәфүр улы (8.12.1946, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Сибай эшселәр ҡсб, хәҙ. Сибай ҡ. — 26.6.2019, Өфө), дин әһеле, БР мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө (1992—2019). Әл‑Бохари ис. Ташкент Ислам ин‑тын (1979), “Ислам саҡырыуы” ин‑тында (Дәмәшҡ, 1982), РФ Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте акад. (Мәскәү, 2003) квалификацияны күтәреү курстарын тамамлаған. 1979 й. алып Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назаратында: яуаплы секретарь, 1983 й. башлап Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы. 1992—2019 йй. Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты президиумы рәйесе. 1994—96 йй. — Рәсәй мосолмандары Диниә назаратының Юғары координация үҙәге, 1996 й. башлап Рәсәй Мөфтөйҙәре советы ағзаһы. Р.Фәхретдинов ис. мәҙрәсәне (ҡара: Рәсәй ислам университеты) ойоштороусыларҙың береһе. Халыҡтар дуҫлығы (2016), 2‑се дәрәжә “Әл‑Фәхр” (2006), “Күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2017) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Дин ул — нәсихәт. Казан, 2012 (авторҙ.); Иман — күңел көҙгөһө: вәғәздәр, һорауҙарға яуаптар. Өфө, 2014.

Әҙәб.: Үтәбай Ә.Ғ., Хисамов Ғ.А. Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин мөфти. Өфө, 2014.

М.Ғ.Вәлиева

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.11.2019