Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НИКОЛАЙ СИРКӘҮЕ

Просмотров: 839

НИКОЛАЙ СИРКӘҮЕ, Т р о и ц а - Н и к о л а й с и р к ә ү е, Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а. урынлашҡан. Берёзовка святитель Николай Чудотворец иконаһы табылған урында таштан төҙөлгән, 3‑сөһө тип фараз ителә (икәүһе ағастан 16 б. Строгановтар тарафынан һалынған, берәү яндырылған), Изге Живоначальная Троица хөрмәтенә төҙөлә, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында өлөшләтә емерелә. Сама м‑н 1806—16 йй. реставрациялана. Сиркәү ҡырлы көмбәҙле һәм һигеҙ яҡлы ослоҡло, ярым түңәрәк апсидалы, 4 яруслы ҡыңғыраулы (1902—04 йй. төҙөлгән). 3 өҫтәле бар: төп — Изге Живоначальная Троица хөрмәтенә (18 б. аҙ. төҙөлә һәм изгеләндерелә), көньяҡ — святитель Николай Чудотворец хөрмәтенә (19 б. башы), төньяҡ — великомученица Екатерина хөрмәтенә (1816). Н.с. мәхәлләһе ауыл диндарҙарынан торған. 1934 й. ябыла, чудотворная икона, биҙәкле суйын рәшәткәләр м‑н бағаналары һ.б. юғала. Бинала келәттәр, икмәкхана һ.б. урынлаша. 1993 й. диндарҙарға ҡайтарыла, реставрация эштәре бара. “Николай ҡорамы” тарихи- мәҙәни үҙәге тарафынан сиркәү манараһының 2‑се ярусында ауылдың сиркәү-тыуған яҡты өйрәнеү музейы ойошторола. 1994 й. алып даими рәүештә ғибәҙәт ҡылына, эшҡыуар В.Г.Тетерев һәм М.А.Чванов инициативаһы б‑са православие байрамдары үткәрелә. Настоятелдәре: Г.Подлиннов, В.Носков, В.Чернышёв, А.Тихонов. Бина — архитектура ҡомартҡыһы.

Әҙәб.: Р о д н о в М.И., В а с и л ь е в а О.В. История Николо-Берёзовки. Уфа, 1997; Т е т е р е в В.Г. Сторона моя, сторонушка... Уфа, 1997.  

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Илл.: Николай сиркәүе

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019