НИКОН I
НИКОН I (донъяуи исеме Лысенко Павел Карпович; 15.1.1890, Киев губ. Ходаровка а. – 25.5.1972, Киев), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1959—63). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Монахлыҡ ҡабул иткән (1958). Киев дини семинарияһын тамамлаған (1911__ 1917 й. алып Киев һәм Харьков епархияларының төрлө мәхәлләләрендә священник. 1963 й. башлап Воронеж епискобы. 1964 й. ялға китә. Өфө епархияһы етәксеһе вазифаһында сиркәүҙәрҙе ябыуға ҡаршы сыға, православие руханиҙары эшмәкәрлегенең әһәмиәтен арттырыу м‑н шөғөлләнә һ.б.
Әҙәб.: С е р г е е в Ю.Н., А б д у л о в Н.Т. Уфимская епархия в 1943—1964 гг. Очерки истории государственно‑церковных отношений. Уфа, 2000.
Ю.Н.Сергеев
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина