Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЯҢЫ АПОСТОЛДАР СИРКӘҮЕ

Просмотров: 786

ЯҢЫ АПОСТОЛДАР СИРКӘҮЕ, протестанттар конфессияһы. 1863 й. Англияла Апостолдар сиркәүенең (1832 й. төҙөлгән) тарҡалыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусы — Ф.В.Шварц. Догматика нигеҙендә — Иисус Христостың икенсе тапҡыр килеүенә ышаныу һәм тере апостолдар культы. Я.а.с. 3 йола ҡабул ителгән: һыуҙа суҡындырыу, Алла бәрәкәтенә ҡушылыу һәм Изге Рух м‑н суҡындырыу. Я.а.с. башлығы — “тәүге апостол” (2013 й. алып Ж.‑Л.Шнайдер). Я.а.с. резиденцияһы Цюрих ҡ. (Швейцария) урынлашҡан. Я.а.с. тәғлимәте башлыса Германияла, Нидерландта, Швейцарияла таралған.

Рәсәйҙә тәүге Я.а.с. общиналары 19 б. 70‑се йй. барлыҡҡа килә һәм 1930 йй. тиклем эшләй. 1991 й. Рәсәйҙә Я.а.с. идара итеү үҙәге (Мәскәү; 4 апостол округын берләштерә) теркәлгән. Йәкшәмбе мәктәптәре эшләй; “Наша апостольская семья” (“Беҙҙең апостолдар ғаиләһе”) һәм “Мы, дети” (“Беҙ, балалар”) ж. сығарыла.

БР‑ҙа Я.а.с. 1991 й. барлыҡҡа килә. 1996 й. Өфө, Благовещен, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалаларҙа — 3, 2013 й. 13 Я.а.с. общинаһы эшләй. Стәрлетамаҡтағы Я.а.с. общинаһы ҡорамда (1996 й. төҙөлгән) урынлашҡан.

Ю.Н.Сергеев Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: