Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫУАТОВА Леонора Сафа ҡыҙы

Просмотров: 1123

ҠЫУАТОВА Леонора Сафа ҡыҙы (9.11.1948, Өфө), балет артисы, балетмейстер, педагог. РСФСР‑ҙың (1982), БАССР‑ҙың (1974) халыҡ һәм атҡ. (1971) артисы. Ҡыуатовтар нәҫеленән, С.С.Ҡыуатовтың ҡыҙы. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1967; педагогы И.А.Трофимова) БДОБТ‑ла эшләй: солист, 1993 й. алып педагог‑репетитор, 2009 й. — баш балетмейстер, бер үк ваҡытта 1987 й. башлап Р.Нуриев ис. Башҡ. хореография колледжында, 1991—92 йй. Нагоя ҡ. (Япония) балет мәктәбендә, 1996—97 йй. Генуя ҡ. (Италия) балет студияһында уҡыта, 2005—06 йй. Мерсин ҡ. (Төркиә) опера һәм балет театрының педагог‑репетиторы. Классик акад. балет мәктәбе балеринаһының башҡарыу оҫталығына индивидуаллек, һомғоллоҡ, артислыҡ хас, һоҡланғыс бейеү техникаһы эске хистәр һәм муз. тойоу м‑н үрелеп килә.

Төп партиялары: Маша (“Щелкунчик”; дебют, С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры, 1966), Аврора (“Йоҡоға талған һылыу” — “Спящая красавица”; икеһе лә — П.И.Чайковский), Ғәлимә (“Ҡара йөҙҙәр” — “Черноликие”, Х.Ш.Заимов һәм А.Г.Чугаев), Жизель (А.Адандың ш. уҡ исемле балеты), Зәйтүнгөл (“Сыңрау торна”), Китри (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус) һ.б. партиялар. Айгөл (“Айгөл иле”), Зөбәржәт (“Ай тотолған төндә”) партияларын тәүге башҡарыусы.

СССР‑ҙың Ҙур театры, Ленинград Бәләкәй опера һәм балет театры, Белорус ССР‑ының Ҙур опера һәм балет театры (Минск), Кремлдең съездар һарайы, “Россия” концерт залы, Союздар йортоноң Колонналар залы сәхнәләрендә бейей. М.Н.Барышников, В.М.Гордеев, Р.Усама м‑н сығыш яһай. Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. СССР буйлап һәм донъяның 12 илендә гастролдәрҙә була. Уҡыусылары араһында Р.Р.Закирова, Г.Ғ.Мәүлекәсова, Н.А.Сологуб.

Нуриев Р. исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестиваленең художество етәксеһе (2009–11). “Бейеү мэтры” номинацияһында “Балет” ж. “Бейеү күңеле” (“Душа танца”) пр. (2011), БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. (1988) лауреаты.

Р.Н.Хәбирова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019