ИҠСАНОВ Фәтих Хәйрулла улы
ИҠСАНОВ Фәтих Хәйрулла улы (1.9.1935, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Тирәкле а. — 19.10.1992, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), режиссёр. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1986). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1964; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), ГИТИС‑ты (1973; И.Г.Шароев курсы) тамамлаған. 1964—68 йй. БАДТ актёры, 1972 й. алып Башҡ. филармонияһы режиссёры. “Ҡаҙ өмәһе”, “Яҙғы моңдар”, “Көҙгө моңдар”, “Йәш тауыштар” театрлаштырылған байрамдары һәм концерттары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең ижади кисәләре, 50‑нән ашыу интермедия, ш. уҡ башҡ. ТВ‑һында юмористик тапшырыуҙар сценарийҙары авторы һәм режиссёры. Респ. тальян байрамының (Өфө, 1985—87) инициаторы һәм ойоштороусыһы, “Йәдкәр” фольклор ансамблен ойоштороусыларҙың береһе. Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә (1985; икеһе лә — Мәскәү) ҡатнаша. 2004 й. И. исемендәге призға “Моңға бай гармун байрамы” респ. гармун байрамы ойошторола. Өфөлә И. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, тыуған ауылында урамға И. исеме бирелгән.
Г.Ә.Ишкинина
Тәрж. Р.Р.Абдрахманов