Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРИМОВ Вил Сәғит улы

Просмотров: 1036

КӘРИМОВ Вил Сәғит улы (21.3.1935, БАССР‑ҙың Учалы районы Кәрим‑Төпәй а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Кәрим а., — 31.10.2017, Өфө ҡ.), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1974). Р.С.Кәримованың ағаһы. Дәүләт театр сәнғәте институтын (1959; О.И.Пыжова һәм Б.В.Бибиков курсы), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү ҡ., 1969) тамамлаған. 1959 й. алып Башҡ. академия драма театры актёры. 1962—83 йй. (өҙөклөк менән) БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында: 1964 й. тиклем режиссёр, 1976 й. башлап баш режиссёр. 1964—67 йй. КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы. 1969—76 йй. БАССР мәҙәниәт министры.  1983 й. алып Башҡ. филармонияһының художество етәксеһе, 1988 й. — Башҡортостан профсоюздарының өлкә советы инструкторы, 1990 й. — БР Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы, 1992 й. башлап “Башҡортостан” киностудияһы директоры, 1993—2000 йй. режиссёры. “Сәскә ат, Башҡортостан!” документаль фильмы (1969; сценарисы Ғ.Ш.Имаев) режиссёр, “Һауынсы портреты” (1977), “Йомарт ер” (1979), “Тамырҙар” (1992) һ.б. фильмдар; 20‑нән ашыу тематик концерт тамашаһы, ш. иҫ. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә Башҡортостан сәнғәте оҫталары концерты (Мәскәү ҡ., 1985) сценарийҙары авторы һәм режиссёры. БАССР ЮС‑ының 8—9‑сы саҡырылыш депутаты.

С.Ә.Әлибаев

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

 

С.Ә.Әлибаев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.08.2022