Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИЛМӘМӘТОВ Рәмил Исмәғил улы

Просмотров: 755

КИЛМӘМӘТОВ Рәмил Исмәғил улы (10.9.1949, БАССР-ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а.), фоторәссам. БР-ҙың халыҡ рәссамы (2014), РФ‑тың (2007), БАССР-ҙың (1990) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1983). Мәскәү мәҙәниәт ин‑тын тамамлаған (1987; С.Ф.Бондарчук оҫтаханаһы). 1976 й. алып “Ағиҙел” кинофотоклубында бүлек мөдире, 1992 й. — БР‑ҙың Фоторәссамдар союзы, 2004 й. — РФ Фоторәссамдар союзының Башҡ‑н бүлеге рәйесе. Башлыса пейзаж (“Ирәмәл”, “Инйәр иртәһе”), портрет (“Табип Аҙнабаев”, “Халыҡ президенты”, “Нәнәй” һ.б.) жанрҙарында эшләй. “Ҡояш балалары!”, “Ветерандар, ордендарығыҙҙы тағығыҙ!”, “Йөрәктән йөрәккә”, “Баймаҡ еренә һөйөү менән” эштәре серияһы; “Башҡортостан — минең тыуған йортом”, “Башҡортостан минең йөрәгемдә” (икеһе лә — 2007), “Башҡортостан минең күңелемдә” (2011) һ.б. фотоальбомдар авторы. Йыл һайын үткәрелгән “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” (“Природа. Человек. Культура”) респ. акция‑экспедицияһы инициаторы һәм ойоштороусыһы (1990 й. алып). 1976 й. алып фотокүргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: “Минең ҡәҙерле яҡташтарым” (Мәскәү, 1995), “Мин һеҙҙе яратам!” (Өфө, Париж; икеһе лә — 2001), “Башҡортостан — мөхәббәтем минең” (Венеция, Флоренция, Рим ҡҡ.; бөтәһе лә — Италия, 2002), “Башҡортостан бөгөн” [Лион, Париж, Страсбург ҡҡ. (бөтәһе лә — Франция), Минск, Берлин; бөтәһе лә — 2005], “Боден күле өҫтөндәге фажиғә” (Цюрих ҡ., Швейцария, 2005), “Башҡортостан. Яңырыу юлында” (Өфө, 2006), “Яҙмышым минең — Башҡортостан” (Тегеран ҡ., Иран, 2010), “Йылдар, аралар аша” (Өфө, 2014) һ.б. Эштәре Милли музейҙа, Рәсәй һәм сит ил музейҙарында, галереяларында һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (Мәскәү, 1979), бөтә Рәсәй “Кадр” фотоклубтар күргәҙмәһе (Армавир ҡ., 1980), “Лидер” фотоконкурсы (Тольятти ҡ., 1982), “Рәсәй — тыуған йорт” фотокүргәҙмәһе (Курск ҡ., 1990), РФ Фоторәссамдар союзының “Рәсәй” (Смоленск ҡ., 1991), “Башҡорт фотографияһы” Респ. фотоконкурсы (Өфө, 1992; икеһе лә — Гран‑при) лауреаты. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. лауреаты (2010).

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019