Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИННОВАЦИЯЛЫ ҒИЛМИ-ТЕХНОЛОГИК ПАРК

Просмотров: 1089

ИННОВАЦИЯЛЫ ҒИЛМИ-ТЕХНОЛОГИК ПАРК, технопарк, фәнни, белем биреү ойошмалары, сәнәғәт пр‑тиелары, финанс ин‑ттары, идаралыҡтың һәм властың терр. органдары ҡатнашлығында инновациялы (күп фән ҡаҙаныштары талап иткән) кесе эшҡыуарлыҡҡа дисциплина- ара һәм ведомство‑ара ярҙам күрһәтеү инфраструктураһы.

Башҡортостанда БССР МС‑ының 1991 й. 26 февр. “Башҡорт ССР‑ында инновацион эшмәкәрлек тураһында” ҡарары м‑н Инновациялар советы һәм фонды ойошторола; 1991 й. майында ӨДАТУ базаһында “Башҡортостан” ЯАЙ‑ның Башҡ‑н И.ғ.‑т.п. асыла. Технопаркты ойоштороусылар: БР Инновациялар фонды, ӨДАТУ, ӨДИСА, Өфө, Ишембай, Күмертау ҡҡ. Муниц. милеккә идара итеү ком‑ттары, “Академик В.П.Макеев исемендәге дәүләт ракета үҙәге” ЯСЙ (Силәбе өлк. Мейәс ҡ.) һ.б. Рәсәй “Технопарк” ассоциацияһы ағзаһы булып тора. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: машиналар эшләү, мед. техникаһы, нефть эшкәртеү, нефтехимия, приборҙар эшләү, экология. “Башҡортостан” бәләкәй фирмаларға мәғлүмәт, консалтинг, маркетинг, күп фән ҡаҙаныштары талап иткән продукция сығарыу программаларын һәм проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеү, кадрҙар уҡытыу һәм яңынан әҙерләү, инновацион проекттарға экспертиза үткәреү, яңы технологияларҙы һәм техниканы ил һәм сит ил баҙарҙарына сығарыу (трансферлау), реклама хеҙмәттәре күрһәтә. 1992 й. ӨДАТУ, технопарк һәм Дәүләт ракета үҙәге инициативаһы б‑са “Уралдың хәрби‑сәнәғәт комплексын Башҡортостан сәнәғәтенең нефть сығарыу, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия тармаҡтарына конверсиялау” төбәк‑ара программаһы эшләнә; 1994 й. технопарк һәм ун‑т базаһында 5‑се “Технопарктар һәм төбәктәрҙең социаль‑иҡтисади үҫеше” халыҡ‑ара конф. үткәрелә, уның эшендә Бөйөк Британия, Германия, Канада, Ҡытай, ҡайһы бер БДБ илдәре, Рәсәйҙең төрлө төбәктәре вәкилдәре ҡатнаша; 1996 й. Рәсәй юғары мәктәбе технопарктарының инновациялы бәләкәй фирмаларының ғилми‑техник продукцияһы ҡуйылған 1‑се “Технопарктар—Инновациялар—Конверсия” махсус күргәҙмәһе, 2007 й. “Төбәктәрҙең инновацион үҫеше” инновация‑сәнәғәт форумы һ.б. уҙғарыла. Өфө фәнни үҙәгенең һәм Фәндәр академияһының ин‑ттары, Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Томск ҡҡ. технопарктары, БР һәм Рәсәй пр‑тиелары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Ген. дир.: В.М.Гәрәев (1991 й. алып), С.А.Терентьев (1993 й. алып), Р.Ә.Баҙамшин (1994 й. алып). 2010 й. коммерцияға ҡарамаған партнёрлыҡҡа үҙгәртелә. 2007 й. башлап технопарктар респ. башҡа юғары уҡыу йорттары эргәһендә (БДУ, ӨДНТУ һ.б.) асыла башлай.

Р.Әәҙәмшин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019