Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУМАНИТАР ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1563

ГУМАНИТАР ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, 2007 й. Өфөлә БР ФА‑ның Милли һәм тел мөнәсәбәттәрен өйрәнеү үҙәге (2004 й. ойошторола) базаһында БР ФА‑ның Г.т.и. булараҡ асыла, 2012 й. алып БР‑ҙың Г.т.и., 2016 й. БР Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәгенә үҙгәртеп ҡорола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: демографик, милләт‑ара, конфессия‑ара, урбанистик, этносәйәси, тел процестары өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәреү; төрлө тарихи дәүерҙәрҙә Урал‑Волга буйы этностары структураһындағы үҙгәрештәрҙең геосәйәси һәм соц. сәбәптәрен, полиэтник төбәктең трансформацияһы барышында телдәр үҫешенең экстра‑ һәм интралингвистик факторҙарын, төбәк идеологияһы үҫеше перспективаларын, федерализм һәм хәҙ. төбәк сәйәси системаһы проблемаларын, хәҙ. Башҡортостанда традицион йәмғиәттең структур элементтарын өйрәнеү; башҡорттарҙың традицион аңының төп һыҙаттарын анализлау; этномәҙәни һәм этник тел процестарының трансформацияһы шарттарында матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау һ.б. Институт составына 5 бүлек ингән. Г.т.и. 22 ғилми хеҙм‑р эшләгән, улар араһында БР ФА‑ның 2 акад. һәм 1 мөхбир ағзаһы, 5 фән д‑ры һәм 19 фән канд. (2011). 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. 7 монография нәшер ителгән (2011). БР ФА‑ның, РФА‑ның ғилми учреждениелары, БР‑ҙың, РФ‑тың институттары һәм юғары уҡыу йорттары м‑н хеҙмәттәшлек иткән. Дир.: М.Ж.Кейекбаев (2007 й. алып), Д.М.Абдрахманов (вазифа башҡарыусы, 2008 й. алып), И.З.Солтанморатов (вазифа башҡарыусы, 2009—15).

М.Ж.Кейекбаев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: