Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ ҺӘМ ЯҢЫ МАТЕРИАЛДАР ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 1199

НЕФТЬ-ГАЗ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ ҺӘМ ЯҢЫ МАТЕРИАЛДАР ИНСТИТУТЫ, дәүләт автономиялы ғилми учреждениеһы. 2009 й. Өфөлә Нефттең химик механика үҙәге һәм БР ФА‑ның Экологик тикшеренеүҙәр үҙәге (2005 й. асылған) базаһында БР ФА‑ның Н.‑г.т.һ.я.м.и. булараҡ ойошторола, 2012 й. алып БР‑ҙың Нефть-газ технологиялары һәм яңы материалдар институты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: углеводородлы сеймалдың ауыр сығарыла торған запастарын үҙләштереү б‑са тикшеренеүҙәр һәм нефть-газ технологияларын эшләү; нанотехнологик процестарҙы фәнни‑теоретик яҡтан нигеҙләү, сәнәғәттең төрлө тармаҡтары һәм медицина өсөн наноматериалдар булдырыу; файҙалы ҡаҙылмаларҙы үҙләштереү һәм тәбиғи ландшафты тергеҙеү технологияларын экологик яҡтан нигеҙләү һәм проектлау. Институт составында 6 лаборатория бар. 29 ғилми хеҙм‑р араһында БР ФА‑ның 2 мөхбир ағзаһы, 11 фән д‑ры һәм 9 фән канд. (2013). Институт ғалимдары нефттең ауыр сығарыла торған запастарын һурҙырыу һөҙөмтәлелеген арттырыуҙың геол.‑технологик нигеҙҙәрен (2010 й. БР ФА‑ның А.А.Трофимук ис. пр. лайыҡ була), ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыр өсөн нефттең ауыр сығарыла торған запастарын үҙләштереүҙең интеграцияланған метотехнологияһын; бушап барған риф ятҡылыҡтары ҡатламдарына комплекслы йоғонто яһап, уларҙа бер ыңғайҙан ер аҫты газ һаҡлағыстары булдырыу, мед. имплантанттары өсөн наноструктуралы титан ярым фабрикаттары алыу технологияларын; углеводородтарҙың ауыр сығарыла торған запастарын үҙләштереү өсөн бер нисә химик һәм микробиол. реагент, респ. үтә мөһим объекттарының хәүефһеҙлеген, тәбиғи һәм техноген хәүефтәрҙән һаҡланғанлығын яҡшыртыу б‑са саралар системаһы эшләнә; яғыулыҡ автоматикаһы элементтары етештереү өсөн наноструктуралы алюмин иретмәһе һ.б. табыла. Уйлап табыуҙарға 6 патент алынған; 2 ғилми йыйынтыҡ һәм 6 монография нәшер ителгән. БР ФА, РФА ғилми учреждениелары, БР, РФ, Вьетнам, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан вуздары һәм ин‑ттары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир. — В.Е.Андреев (2009 й. алып).  

Р.К.Напольская

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019