Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАНБӘКОВА Римма Вәли ҡыҙы

Просмотров: 987

ҠАНБӘКОВА Римма Вәли ҡыҙы (29.1.1947, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Ҡарағош а.), педагог‑методист. Пед. ф. д‑ры (2003), проф. (2010). РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1993), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1969) ӨНИ‑лә, 1973 й. ғин. алып Төмән индустриаль ин‑тында, дек. — Камень‑на‑Оби ҡ. 11‑се тулы булмаған урта мәктәбендә эшләй. 1975 й. башлап БДУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында уҡыта (1991—2009 йй. математика, тәбиғәт белеме һәм уларҙы уҡытыу методикаһы каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре башланғыс мәктәп уҡытыусыһын матем. әҙерләү проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Модернизация профессиональной подготовки учителя начальных классов. М., 2003; Модель профессиональной подготовки будущего педагога в дидактической системе с элементами открытого образования. Стерлитамак, 2013 (авторҙ.); Формирование логических умений у будущих педагогов начальной школы. Стерлитамак, 2014 (авторҙ.).

Л.Х.Сәлимова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019