ҠУДАШЕВ Азат Ришат улы
ҠУДАШЕВ Азат Ришат улы (2.12.1961, Өфө), психолог. Психология ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДУ‑ны тамамлаған (1983), 1985 й. алып шунда уҡ эшләй. 1992 й. башлап Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад.: уҡыу‑уҡытыу-методик эштер б‑са проректор, бүлек мөдире, 1994 й. алып менеджмент каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре хәҙ. заман етәксеһенең шәхес һәм проф. үҫеше проблемаларына, менеджерҙарҙың проф. компетентлығын диагностикалау һәм үҫтереү технологияларын эшләүгә арналған. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Управленческая адаптация государственных служащих: личностно‑ролевые аспекты. М.; Уфа, 1997; Психология адаптации личности: анализ, теория, практика. СПб., 2006 (авторҙ.).
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина