Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛОВ Сергей Ефимович

Просмотров: 1182

МАЛОВ Сергей Ефимович (4.1. 1880, Ҡазан – 6.9.1957, Ленинград), төркиәтсе. Тел ғилеме д‑ры (1935). СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1939). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. фән эшмәкәре (1945). С.‑Петербург Император ун‑тының көнсығыш ф‑тын тамамлағандан һуң (1909) Петербург ФА‑ның Антропология һәм этнография музейында (1915 й. тиклем); Ҡазан ун‑тында (1916—19), Көнсығыш пед. ин‑тында (Ҡазан, 1918—22), ЛДУ‑ла (1922—29, 1934—39, 1945—48), Ленинград көнсығыш ин‑тында (1923— 38), СССР ФА Тел ғилеме ин‑тының Ленинград бүлексәһендә (1934—57) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге төркиәткә бәйле. 1909—11 йй. һәм 1913—15 йй. төрки халыҡтарының (саларҙар, уйғырҙар, сулымдар, шорҙар һ.б.) фольклорын һәм этнографияһын өйрәнеү маҡсатында Урта, Көнсығыш һәм Үҙәк Азияға экспедициялар үткәргән, шул ваҡытта “Алтун яруҡ” ҡомартҡыһының ҡулъяҙма күсермәһе табылған, ҡомартҡы В.В.Радлов м‑н берлектә баҫтырып сығарылған. М. тарафынан Волга буйы һәм Себер халыҡтарының фольклор әҫәрҙәре, ш. иҫ. башҡорт телендәге йырҙар һәм әкиәттәр, яҙып алынған. Боронғо төрки рун яҙмаһы, ғәрәп яҙмаһы, уйғыр яҙмаһы (Тонйоҡуҡҡа арналған ташъяҙма, Күлтәгингә арналған ташъяҙма, “Ҡотаҙғу белек”, “Хуастуанифт”, болғар эпиграфик ҡомартҡылары һ.б.) нигеҙендә ижад ителгән ҡомартҡы текстарын тәржемә иткән һәм баҫтырып сығарған; “Кодекс Куманикус” ҡомартҡыһына текстологик анализ үткәргән. Орхон‑Йәнәсәй ҡомартҡылары теле, боронғо уйғыр теле (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре), болғар теленең һ.б. лексикаһын һәм грамматикаһын өйрәнгән. М. тарафынан йыйылған боронғо төрки телдәр б‑са лексик материалдар “Боронғо төрки һүҙлеге”нә (“Древнетюркский словарь”; 1969) индерелгән. М. өйрәнгән төрки телдәр тарихы һөҙөмтәләре уларҙы хронологик билдә (боронғо һәм иң боронғо, яңы һәм өр‑яңы төрки телдәр) б‑са классификациялауҙың нигеҙендә ята, уға ярашлы, башҡорт теле яңы төрки телдәргә ҡарай. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Памятники древнетюркской письменности. М.; Л., 1951; Енисейская письменность тюрков: тексты и пер. М.; Л., 1952; Памятники древнетюркской письменности Монголии и Киргизии. М.; Л., 1959.

Әҙәб.: У б р я т о в а Е.И. Сергей Ефимович Малов //Известия Академии наук СССР. Отделение литературы и языка. 1955. Т.14. Вып.1. 

 

С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019