Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАНСУРОВ Әхтәм Әхмәт улы

Просмотров: 1103

МАНСУРОВ Әхтәм Әхмәт улы  [11.10.1895, Өфө губ. ш. уҡ исемле  өйәҙе Түб. Тирмә а. (БР‑ҙың Шишмә  р‑ны) – 2.12.1965, Өфө], педагог-  методист, тел белгесе. РСФСР‑ҙың  халыҡ мәғарифы отличнигы (1944).  “Хәкимиә” (1915) һәм “Ғәлиә” (1919)  мәҙрәсәләрендә уҡыған. Көнсығыш  пед. ин‑тын тамамлағандан һуң  (Ҡазан,  1931) Башҡ‑н өлкә индустриаль‑пед.  техникумында, Башҡ‑н сауҙа-  тауар белгесе ин‑тында, БДМИ‑ла  уҡыта; 1934 й. алып Башҡ‑н уҡытыусылар  белемен камиллаштырыу  ин‑тында башҡ. теле кабинеты мөдире,  1938 й. — башҡ. теле һәм әҙәбиәте  каф. мөдире; 1947—55 йй.  К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында  эшләй. “Грамматика” (1933) дәреслегендә  М. тарафынан элек тикшерелмәгән  грамматик категориялар  тасуирлана, башҡорт теленең  фонетик системаһы һәм һүҙ төркөмдәре  классификацияһы тикшерелә,  байтаҡ лингвистик терминдар  (ҡара: Терминология) ҡулланышҡа  индерелә; китап 16 тапҡыр  нәшер  ителә һәм 60‑сы йй. уртаһына  тиклем мәктәптәр, училищелар һәм  институттар өсөн башҡ. теленең  грамматикаһы б‑са төп уҡыу әсбабы  итеп ҡулланыла. Башҡорт  теле  б‑са урта мәктәптәр һәм училищелар  өсөн фәнни-методик мәҡәләләр  һәм программалар авторы, орфография  б‑са күнегеүҙәр йыйынтығын  төҙөүсе (1950).

Ғ.Ә.Мансуров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019