Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘХМҮТ ҠАШҒАРИ

Просмотров: 1351

МӘХМҮТ ҠАШҒАРИ, М ә х м ү т и б н ә л ‑ Х ө с ә й е н и б н М ө х ә м м ә т (яҡынса 1029 й., Ҡашғар ҡ. — яҡынса 1101 й.), урта азия филологы. Әмирҙәр нәҫеленән. Төрки ҡәбиләләре йәшәгән Көньяҡ Төркөстан, Урта Азия һ.б. өлкәләр буйлап сәйәхәт иткән; Бағдадта төпләнгән. Төркиәт, ш. иҫ. башҡорттар тураһында фән, өсөн ҡиммәтле сығанаҡ булып торған “Диуану лөғәт әт‑төрк” хеҙмәте авторы. Китапта тәүге тапҡыр төрки телдәрҙе тикшергәндә сағыштырма-тарихи ысул ҡулланылған, типологик оҡшашлыҡтар (морфол. һәм фонетик) нигеҙендә уларҙың классификацияһы эшләнгән, уларҙың генетик ҡәрҙәшлеге мәсьәләһе б‑са айырым күҙәтеүҙәр башҡарылған, ш. уҡ төрки халыҡтарҙың йәшәгән урындары күрһәтелгән карта бирелгән.

Әҙәб.: “Диуану лөғәт әт‑төрк” мәҡ. ҡарағыҙ.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019