Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛМАШ

Просмотров: 1026

АЛМАШ, үҙ аллы һүҙ төркөмө, телмәрҙә исем, сифат, һан, рәүеште алмаштырып, мәғәнәләрен дөйөмләштереп килә.

Хәҙ. башҡорт телендә А., белдергән мәғәнәләренә ҡарап, түбәндәге төркөмсәләргә бүленә:

1) зат (өҫтәлмә һан мәғәнәһенә эйә): “мин”, “һин”, “ул” — берлектә; “беҙ”, “һеҙ”, “улар” — күплектә;

2) күрһәтеү: “анау”, “был”, “ошо”, “ошолай”, “улай”, “бынау”, “бындай”, “ошондай”, “теге”, “шул” һ.б.;

3) һорау: “кем”, “күпме”, “нисә”, “ҡайҙа”, “ҡайһы”, “ҡасан”, “нимә”, “ниндәй” һ.б.;

4) билдәләү: “бөтә”, “барлыҡ”, “көллө”, “һәммә”, “теләһә нимә”, “теләһә ҡасан”, “үҙ”, “һәр”, “һәр бер”, “һәр кем”, “һәр ҡайһы” һ.б.;

5) билдәһеҙлек: “бер”, “берәй”, “ниндәйҙер”, “кемдер”, “ҡайҙалыр”, “ҡасандыр”, “нимәлер”, “нисектер”, “әллә нисә” һ.б.;

6) юҡлыҡ: “бер ҙә”, “һис бер”, “һис кем”, “бер ни”, “һис бер ни”, “бер нисек”, “һис ҡасан”, “һис ҡайҙа”, “һис ниндәй” һ.б.;

7) эйәлек: “беҙҙеке”, “быныҡы”, “кемдеке”, “минеке”, “уныҡы”, “һеҙҙеке”, “һинеке” һ.б.

Күпселек А. килеш м‑н үҙгәрә, нигеҙенә эйәлек категорияһы аффикстарын ҡуша. Һөйләмдә А. төрлө һөйләм киҫәге булып йөрөй; күрһәтеү А. эйәртеүле ҡушма һөйләмдә теркәүес булып ҡулланыла ала (ҡара: Синтаксис).

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019