Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРДВА ТЕЛДӘРЕ

Просмотров: 1102

МОРДВА ТЕЛДӘРЕ, м у ҡ ш ы һ ә м э р з я т е л д ә р е, фин-уғыр телдәренә (волга төркөмө) ҡарай. Мордовияның дәүләт телдәре. Шулай уҡ Түб. Новгород, Ырымбур, Пенза, Һамар, Һарытау, Ульяновск һәм Силәбе өлк., БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Сыуашстанда таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 1153 меңгә яҡын кеше (2014).  2010 й. БР‑ҙа М.т. һөйләшеүселәр һаны 12 меңдән ашыу кеше тәшкил итә, ш. иҫ. 10 меңдән ашыу мордва. Мари теленә һәм фин теленә яҡын. Фин‑Волга буйы теленә (ҡара: Урал-Алтай телдәре) барып тоташа, тип фараз ителә. Хәҙ. муҡшы телендә — үҙәк, көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш, күсемле һәм ҡатнаш диалекттарҙы; эрзя телендә үҙәк, көнбайыш, төньяҡ-көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш һәм ҡатнаш диалекттарҙы айырып йөрөтәләр. 20 б. 20‑се йй. аҙ. үҙәк диалекттар нигеҙендә эрзя, 30‑сы йй. урталарында муҡшы әҙәби телдәре формалаша. Фонетик үҙенсәлектәре: муҡшы телендә баҫым, ғәҙәттә, беренсе ижеккә, эрзя телендә һүҙҙең төрлө ижегенә төшә; һүҙҙең башында һаңғырау тартынҡылар өҫтөнлөк итә, яңғырау тартынҡылар өноҡшаш һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә осрай; һүҙҙең башында йәнәш тартынҡылар һирәк осрай, һүҙҙең уртаһында һәм аҙағында 2 һәм унан да күберәк тартынҡыларҙан торған комбинациялар ҡулланыла: муҡшы телендә “паньфтемс” (ҡыуып сығарырға мәжбүр итеү) [пан"фт"ъмс], “курькснемс” (йөрөп килеү) [кур"ксн"ъмс]; эрзя телендә — “кевкстнемс” (һорарға) [кэвкс"т"н"эмс], “тенсть” (миндек) [т"эн"с"т"] һ.б. Морфологик тибы б‑са М.т. агглютинатив телдәргә ҡарай. Ҡылымдарҙа үткән замандың инҡар итеү формаһын биреү өсөн зат м‑н үҙгәргән “изь”/“ашезь” (муҡшы телендә) һәм “эзь” (эрзя телендә) киҫәксәләре ҡулланыла: “ашень корхта”, “эзинь корта” (мин әйтмәнем) һ.б.; хәҙ. һәм киләсәк заман формаларында — “аф” һәм “а” киҫәксәләре: “аф корхтан”, “а кортан” (һөйләшмәйем) һ.б.; бойороҡ һөйкәлеше формаһында — “тят” һәм “иля”: “тят мора”, “иля мора” (йырлама) һ.б. Ҡылымдың бер үк ваҡытта субъект мәғәнәһен һәм объект хәрәкәтен аңлатҡан объектлы зат м‑н үҙгәреше ҡулланыла, мәҫ.: “сявсамазь”, “сайсамизь” (улар мине үҙҙәре м‑н ала); “моралексолень”, “морыксэлинь” (мин йырларға теләр инем) һ.б. Муҡшы һәм эрзя телдәренең лексикаһында һүҙҙәрҙең айырмалары бар, сағ.: муҡшы телендә “кельгомс” (яратыу) — эрзя телендә “вечкемс”; “оцю” (ҙур) — “покш”; “илять” (кискеһен) — “чокшне” һ.б. Үҙләштерелгән һүҙҙәр араһында иң боронғолары булып иран телдәренән үҙләштерелгәндәре тора, һуңыраҡ балтика телдәренән, Урал-Волга буйы төрки телдәренән һәм урыҫ теле‑ нән һүҙҙәр үҙләштерелгән. Башҡортостан мордвалары телендә башҡорт теле йоғонтоһо ла һиҙелә. Яҙыу кириллица нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. М.т. алфавиты 33 хәрефтән тора. М.т. БР‑ҙың Ауырғазы, Бишбүләк, Дыуан, Йәрмәкәй, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка, Шишмә р‑ндары мәктәптәрендә өйрәнелә; Салауат педагогия колледжында һәм Стәрлетамаҡ педагогия колледжында М.т. б‑са белгестәр әҙерләнә. 

Әҙәб.: Современные мордовские языки. Фонетика. Саранск, 1993.

В.М.Тихонова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019