Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОРФОЛОГИЯ лингвистикала

Просмотров: 1270

МОРФОЛОГИЯ л и н г в и с т и к а л а, 1) һүҙ формаларының төҙөлөшөн һәм уларҙы төшөнөүҙе тәьмин иткән тел механизмдары системаһы; 2) грамматика бүлеге; ошо системаныңүҙ функцияһын башҡарыуы һәм үҫеше законлыҡтарын өйрәнә. Лексиканың һәм грамматиканың берәмеге булараҡһүҙ М. төп предметы булып тора. Үҙгәреүсе, йәғни үҙенең лексик мәғәнәһен һаҡлап, 2 йәки унан да күберәк формаһы булған, һәм үҙгәрмәүсе, тик бер генәформанан торған, һүҙҙәрҙе айырып йөрөтәләр. Башҡорт телендә һүҙҙең морфологик төҙөлөшө тамыр морфема (ҡара: Морфемика) йәки берәй яһалма һүҙ — дериват (ҡара: Һүҙьяһалыш) м‑н бирелә. Билдәле грамматик формала һүҙ уныңһүҙ формаһын тәшкил итә, ул һүҙүҙгәргәндә һүҙҙәрҙең ярашыуын күрһәтеп синтаксик мөнәсәбәттәрҙе (мәҫ., килешформалары, шарт һөйкәлеше, хәл һәм сифат ҡылымдары һ.б.), форма яһағанда телмәрҙә һүҙҙәрҙең грамматик бәйләнеше м‑н бирелмәгән мөнәсәбәттәрҙе (мәҫ., сифаттың сағыштырыу дәрәжәһе, йүнәлеш формалары, юҡлыҡ категорияһы һ.б.) аңлата. Бер һүҙҙең грамматик формалары йыйылмаһы морфологик парадигманы барлыҡҡа килтерә. Башҡ. телендә агглютинация, аналитик ысул һәм редупликация һүҙүҙгәртеүҙең һәм форма яһауҙың төп саралары булып тора. Аналитик формалар башлыса аффиксаль һүҙ формалары һәм ярҙамсы һүҙҙәр (бәйләүестәр, киҫәксәләр, модаль һүҙҙәр, теркәүестәр һ.б.) ҡушылмаһы м‑н бирелә; редупликация морфонемаларҙың (ҡара: Морфонология) үҙгәреше м‑н оҙатыла һәм нигеҙҙең тулыһынса йәки өлөшләтә ҡабатланыуы аша бирелә. Семантик-грамматик билдәләре б‑са һүҙҙәр һүҙтөркөмдәренә бүленә.

Әҙәб.: З ә й н у л л и н М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле. Морфология. Өфө, 2005; Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981.

М.В.Зәйнуллин, С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.07.2023