Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МУСАЕВ Кенесбай Муса улы

Просмотров: 993

МУСАЕВ Кенесбай Муса улы (24.3.1931, Ҡаҙаҡ АССР‑ы Кумисти а. — 26.5.2020, Мәскәү ҡ.), тел белгесе. Ҡаҙағстан Республикаһы Милли ФА академигы (2003), филология фәндәре докторы (1968), профессор (1972). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), Ҡырғыҙстандың халыҡ мәғарифы отличнигы (1991). Ҡаҙаҡ университетын тамамлаған (1952). 1956 й. алып РФА‑ның Тел ғилеме институтында (1989 й. башлап өлкән ғилми хеҙмәткәр), бер үк ваҡытта 1958—94 йй. М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында; 1996 й. — МДУ‑ла (бөтәһе лә — Мәскәү ҡ.) эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге төркиәткә (төрки телдәр лексикаһын сағыштырма өйрәнеү; ҡаҙаҡ теле, ҡараим теле, Ҡырым татарҙары теле грамматикаһы һ.б.), социолингвистиканың ҡайһы бер мәсьәләләренә (йәмғиәттә тел функциялары һәм тел ситуацияһы), шулай уҡ СССР‑ҙың милли телдәре терминологияһы, орфографияһы һәм яҙыуы үҫешенә арналған. “Төрки телдәрҙең сағыштырма‑тарихи грамматикаһы” (“Сравнительно‑историческая грамматика тюркских языков”; 6 китапта, 1984—2006) хеҙмәте авторҙарының береһе. Унда М. тарафынан фонетик, морфологик һәм лексик кимәлдә төрки тәү телдең айырым элементтары тергеҙелә; ҡыпсаҡ телдәре, шул иҫәптән башҡорт теле, формалашыуының төп этаптары һәм үҙенсәлектәре тикшерелә. Байтаҡ хеҙмәттәрендә төрки телдәрҙең башҡа донъя телдәре менән тел контакттары проблемаһы һәм шуның менән бәйле алтай телдәренең һәм ностратик телдәрҙең ҡәрҙәшлек теорияһы ҡарала. 320‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Әбдел Әзиз Сәғүд Әл‑Бабтин исемендәге премия лауреаты (Кувейт, 1997). Сит ил ордены менән бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Лексика тюркских языков в сравнительном освещении. М., 1975; Языки и письменности народов Евразии. Алматы, 1993; Синтаксис караимского языка. М., 2004. 

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.09.2022