Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕМЕЦ ТЕЛЕ

Просмотров: 1363

НЕМЕЦ ТЕЛЕ, герман телдәренең береһе (көнбайыш герман төркөмсәһе). Австрия, Германия, Лихтенштейндың рәсми теле; Бельгия, Люксембург, Швейцарияның рәсми телдәренең береһе. Шулай уҡ АҠШ, Италия, Канада, Румыния, РФ, Францияның айырым өлкәләрендә, Көньяҡ Американың ҡайһы бер дәүләттәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны — яҡынса 100 млн кеше. 2002 й. БР‑ҙа Н.т. белгән кешеләр һаны — яҡынса 64,9 мең, ш. иҫ. 8,2 меңдән ашыуы — немецтар. Инглиз теленә яҡын. Көнбайыш герман ҡәбиләләре (алеман, баювар, сакс, туринг, франк, хат) теленә барып тоташа. Н.т. түбәнге немец, урта немец һәм көньяҡ немец төркөмдәре диалекттары айырыла, уларҙың һәр береһе көнбайыш һәм көнсығыш төркөмсәләренә бүленә; Швейцарияла — алеман, Люксембургта мозель‑франк диалекттары бар. Әҙәби теле 18 б. аҙ. көнсығыш урта немец һәм көньяҡ немец диалекттары нигеҙендә формалаша. Н.т. фонетикаһында һүҙ башында һуҙынҡылар ҡаты итеп әйтелә; морфема аҙағында яңғырау тартынҡылар һаңғыраулана; [ä], [ÿ], [ü], [äu] һуҙынҡылары өсөн умлаут күренеше хас. Һүҙьяһалышта аффиксация һәм һүҙҙәрҙе ҡушыу өҫтөнлөк итә; субстантивация киң таралған: “laufen” (йүгерергә) — “das Laufen” (йүге‑ реү), “alt” (ҡарт) — “der Alte” (ҡарт кеше), “die Alte” (ҡарсыҡ), “das Alte” (иҫке) һ.б. Һүҙлек составында инглиз, итальян, латин телдәренән, француз теленән, ш. уҡ славян телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Һөйләмдәрҙең төп тибы — ҡылымлы. Яҙыу латин алфавиты нигеҙендә башҡарыла. Хәҙ. немец алфавиты 26 хәрефтән тора. Н.т. БР‑ҙың байтаҡ урта һәм юғары уҡыу йорттарында мотлаҡ уҡытыла торған сит телдәр иҫәбенә инә; Благовар р‑ны Алексеевка, Викторовка, Яңы Никольский, Пришиб, Таң аа. мәктәптәрендә, ш. уҡ Өфө ҡ. 86‑сы гимназияһында туған тел итеп өйрәнелә. Н.т. б‑са белгестәр БДУ‑ла, БДПУ‑ла һ.б. әҙерләнә. А.Н.Антышев, Р.Ғ.Ғатауллин, А.П.Майоров, Р.З.Мерәҫов һ.б. етәкс. немец фи‑ лол. б‑са фәнни‑тикшеренеү эше алып барыла. Немецса‑урыҫса‑башҡ. уҡыу‑уҡытыу һүҙлектәре, белешмәләр нәшер ителә, Германияла Эрсен-Раш‑Маргарет башҡ. телен уҡытыуҙы ойоштора.

Әҙәб.: М у р я с о в Р.З. Сопоставительная морфология немецкого и башкирского языков. Глагол. Уфа, 2002. 

Р.З.Мерәҫов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: