Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЮҠЛЫҠ КАТЕГОРИЯҺЫ

Просмотров: 1225

ЮҠЛЫҠ КАТЕГОРИЯҺЫ, һөйләүсе күҙлегенән уй‑фекер элементтары араһында реаль булмаған бәйләнеште белдергән грамматик­категория. Бөтә донъя телдәренә хас, күп планлы булыуы м‑н айырыла һәм төрлө тел кимәлдәрендә осрай. Төркиәттә­ Ю.к. традиция б‑са ҡылымға ­ҡарай. Хәҙ. башҡорт­телендә­ Ю.к. белдереүҙең түбәндәге саралары айырыла: 1) йүнәлеш күрһәткесенән һуң ҡылым нигеҙенә ҡушылған ‑ма аффиксы, мәҫ.: “тыңламаны” тыңла‑ма‑ны, “уҡымай” уҡы‑ма‑й һ.б.; ҡушма ҡылымдарҙа, ҡағиҙә булараҡ, ярҙамсы компонент үҙгәрә, мәҫ.: “һөйләшеп бармай” һөйләшеп бар‑ма‑й, “инеп торманы” инеп тор‑ма‑ны; интенсив инҡар итеү мәғәнәһендә төп компонент үҙгәрә, мәҫ.: “әйтмәне лә ҡуйҙы” әйт‑мә‑не лә ҡуйҙы һ.б. Ҡылымдарҙың ҡайһы бер төр мәғәнәләрендә, хәл ҡылым формаларында, бойороҡ һәм шарт һөйкә­лештәрендә ­һ.б. ‑ма аффиксы ҡулланылмай. 2) “түгел”, “юҡ” модаль һүҙҙәре, мәҫ.: “кейәсәк түгелмен”, “мөмкин түгел”, “атым юҡ” һ.б.; 3) “бер ҙә”, “бер кем”, “һис нисек”, “бер ниндәй ҙә” һ.б. юҡлыҡ алмаштары, мәҫ.: “бер нисек тә күреп булмай”, “бер ҡайҙа китмәне” һ.б.

Ике компоненты ла инҡар итеүҙе белдергән ҡушма һүҙ раҫлау мәғәнәһендә ҡулланыла, мәҫ.: “юҡ түгел” (эйе, бар), “бармай ҡалмаҫ” (мотлаҡ барасаҡ), “эшләмәй булмай” (эшләргә кәрәк) һ.б. Теҙмә ҡушма һөйләм структураһында (ҡара: Синтаксис) юҡлыҡ мәғәнәһе ҡаршы ҡуйыу (“әммә”, “ләкин”, “тик” һ.б.) һәм ҡабатланып килгән (“ни”) тер­кәүестәр­ м‑н көсәйтелә, мәҫ.: “күреүен күрҙе, әммә был хаҡта һуңынан һүҙ ҡуҙғатманы”, “ни ашамай, ни эсмәй” һ.б. Ю.к. фонетикала­ сағыла: ‑ма күрһәткесенең булыуы һүҙҙәге баҫымға ­йоғонто яһай; һөйләмдең инҡар итеү семантикаһын формалаштырыуҙа интонация мөһим роль уйнай.

Г.Р.Абдуллина

Тәрж.­Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: