ЛАГОЙДА Виктор Гаврилович
ЛАГОЙДА Виктор Гаврилович (7.4.1950, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Объект а. – 28.12.2014, Өфө), педагог, тренер. Пед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). СССР‑ҙың спорт мастеры (1977), хәҙерге бишбәйге б‑са халыҡ-ара (2001) һәм бөтә Союз (1991) категориялы судья. БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1993). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй. 1981 й. алып БДУ‑ла, 2001 й. — ӨДНТУ‑ла, 2005—12 йй. БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре хәҙ. бишбәйгелә квалификациялы ҡатын-ҡыҙ спортсыларына ярыш алды әҙерлеге үткәреү проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы. Тәрбиәләнеүселәре араһында С.Т.Солтанова, ш. уҡ 20 СССР спорт мастеры.
Хеҙм.: Основы многолетней подготовки в современном пятиборье. Уфа, 1996.
А.Р.Фёдорова
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина