Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАҠАР РАЙОНЫ

Просмотров: 1272

МАҠАР РАЙОНЫ, БАССР‑ҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, төньяҡта — Ғафури, төньяҡ‑көнсығышта — Белорет, көньяҡ‑көнсығышта — Бөрйән, көньяҡта — Мәләүез, көнбайышта Стәрлетамаҡ р‑ндары м‑н сиктәш булған. 1930 й. 20 авг. Стәрлетамаҡ кантонының улустарынан ойошторолған (ҡара: Административ район). Петровский р‑ны булараҡ билдәле булған. 1930—32 йй. терр‑яһының бер өлөшө Тор районына, 1937—40 йй. Ишембай р‑нына ингән. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлгән, терр‑яһы — Стәрлетамаҡ, 1965 й. Ишембай р‑ндары составына индерелгән. Майҙаны — 3429 км2. Район үҙәге — Петровский ауылы. Районда 15 ауыл советы, 102 ауыл торама пункты булған. Халҡы 39,4 мең кеше (1959), башҡорттар күпселекте тәшкил иткән. Иҡт. нигеҙен нефть сығарыу сәнәғәте, урман хужалығы, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа үрсетеүгә, иген культуралары һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтереүгә махсуслашҡан а.х. тәшкил иткән. Умартасылыҡ, йәнлекселек, балыҡсылыҡ, ҡымыҙ эшләү үҫешкән булған. 19 колхоз, урман хужалығы, МТС, урындағы сәнәғәт район комб‑ты, ағас эшкәртеү комб‑ты, кирбес һәм дегет з‑дтары, 66 дөйөм белем биреү мәктәбе, ш. иҫ. 5 урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар йорто, 5 дауахана, 4 амбулатория, 28 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 60 клуб учреждениеһы, 33 ауыл китапханаһы булған. Башҡ. телендә “Алға” гәз. сыҡҡан. 

Тәрж. З.Б.Латипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: