Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИӘКӘ РАЙОНЫ

Просмотров: 2285

МИӘКӘ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта Әлшәй, көнсығышта — Стәрлетамаҡ, көньяҡ‑көнсығышта — Стәрлебаш р‑ндары, көньяҡ‑көнбайышта — Ырымбур өлк., көнбайышта Бишбүләк р‑ны м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Ҡырғыҙ‑Миәкә р‑ны булараҡ ойошторола (ҡара: Административ район), составына Бәләбәй кантоны һәм Стәрлетамаҡ кантоны улустары инә. 1933 й. 20 сент. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Әлшәй р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 2051 км2. Адм. үҙәге — Ҡырғыҙ‑Миәкә а., Өфөнән көньяҡ‑көнбайышҡа 190 км һәм Аксёнов т. юл ст. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 43 км алыҫлыҡта ята. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 51,7; 1959 — 38,2; 1989 — 30,3; 2002 — 31,8; 2010 — 28,2. Милли составы (2002): башҡорттар — 44,4%, татарҙар — 38,1%, сыуаштар — 9,7%, урыҫтар — 5,7%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 15,3 кеше/км2. Районда 15 ауыл советы, 96 ауыл торама пункты бар, иң ҙурҙары: Ҡырғыҙ‑Миәкә (7,4 мең кеше), Елдәр (1,4 мең), Мәнәүезтамаҡ (1,0 мең) ауылдары.

Рельефы йырын‑һыҙа селтәре м‑н йырғыланған. Көньяҡ Татар көмбәҙе сиктәрендә урынлашҡан. Район терр‑яһында кирбес‑черепица сеймалы ятҡылыҡтары: балсыҡ (Балғажы), ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы һәм ҡом (Дим), газ‑нефть (Сатай), нефть ятҡылыҡтары (Аҙнай, Исламғол, Каменка, Көсөгән, Орловка, Шафран, Ямғырсы), ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары (Миәкә) бар. Климаты уртаса континенталь, йылы, аҙыраҡ ҡоро. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы — 2,5°С, ғин. уртаса т‑ра — -14,5°С, июлдә — 18,5°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары — 550 мм. Гидрографик селтәрҙе Өйәҙе, Миәкә ҡушылдыҡтары м‑н Дим й.; ҡушылдыҡтары м‑н Өршәк й. барлыҡҡа килтерә. Йыуылған, типик, ҡалдыҡ карбонатлы типик ҡара тупраҡ һәм ҡараһыу һоро урман тупрағы, Дим үҙәнендә аллювиаль тупраҡ өҫтөнлөк итә. Һирәк имән урманы һәм ҡоро болондар таралған. Терр‑яның 17,7%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы дала төрҙәренән тора. Ҡыр баҙыяны популяцияһы — тәбиғәт ҡомартҡыһы.

2018 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 153,8 мең га (дөйөм майҙандың 75%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 83,4, сабынлыҡтар — 17,8, көтөүлектәр — 52,5; урмандар майҙаны — 36,3, ер өҫтө һыуҙары — 1,1. Район Урал алды дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [5 АХПК, ААЙ, 10 ЯСЙ, 100 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары, техник культуралар үҫтереүгә, ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, сусҡасылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында инкубатор‑ҡошсолоҡ станцияһы, урман хужалығы бар. “Миякимолзавод” ААЙ, “Ремонтник” ЯСЙ, “Миәкә балыҡ компанияһы”, икмәк комб‑ты, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Шишмә—Аксёнов—Ҡырғыҙ‑Миәкә, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Бишбүләк, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Стәрлебаш, Ҡырғыҙ‑Миәкә—Тәтер‑Арыҫлан—Стәрлебаш автомобиль юлдары үтә. Көнбайыш иҡтисади төбәккә инә.

Районда 30 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 17‑һе дөйөм белем биреү учреждениеһы һәм 13 филиал, 33 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, ш. иҫ. 25 филиал, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто, ДЮСШ; “Хыял” балалар дөйөм белем биреү үҙәге; үҙәк район дауаханаһы, 4 амбулатория, 41 фельдшер‑акушерлыҡ пункты; 35 клуб учреждениеһы, ш. иҫ. күп функциялы учреждение, 27 китапхана; Аҡмулла М. музейы, Ғөбәйҙуллин М.Х. музейы, “Эрмитаж” картиналар галереяһы, “Миәкә” спорт‑һауыҡтырыу комплексы (икеһе лә — Ҡырғыҙ‑Миәкә) бар. 13 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы эшләй. “Октябрь” гәз. нәшер ителә.

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019