Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НУРИМАН РАЙОНЫ

Просмотров: 1989

НУРИМАН РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Ҡариҙел, төньяҡ‑көнсығышта — Дыуан, көнсығышта — Салауат р‑ндары һәм Силәбе өлк., көньяҡта — Иглин, көнбайышта Благовещен р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Иҫке Күл р‑ны булараҡ ойошторола (ҡара: Административ район), составына Өфө кантоны улустары инә, 1933 й. 20 сент. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Нуриман сәнәғәт р‑нына бирелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 2512 км2. Адм. үҙәге — Ҡыҙылъяр а., Өфөнән төньяҡ‑көнсығышҡа табан 100 км һәм Иглин т. юл ст. 55 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 39,7; 1959 — 43,8; 1989 — 23,0; 2002 — 21,9; 2010 — 20,8. Милли составы: башҡорттар — 37,5%, татарҙар — 27,9%, урыҫтар — 22,8%, мариҙар — 10,2%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 8,4 кеше/км2. Районда 12 ауыл советы, 51 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Павловка (4,1 мең кеше), Ҡыҙылъяр (4,3 мең), Ҡыҙыл Шишмә (2,3 мең) ауылдары. Райондың төньяҡ өлөшө Өфө яйлаһында, көньяғы — Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә, көнсығыш өлөшө Уралдың көнбайыш битләүенең тәпәш тауҙарында ята. Карст үҫешкән, мәмерйәләр бар (Ҡыҙыл Шишмә, Көтөлмәгән, Павловка). Н.р. күп өлөшө Башҡорт көмбәҙе, көньяғы — Благовещен уйпатлығы, көнсығыш өлөшө Башҡорт мегантиклинорийы сиктәрендә урынлашҡан. Районда ҡом‑ҡырсын материалы һәм ҡом (Ҡыҙылъяр, Түб. Күл), төҙөлөш ташы ятҡылыҡтары бар: доломит (Ильин), эзбизташ (Ҡыҙыл Шишмә); нефть ятҡылыҡтары (Бәрҙәш, Ильин). Климаты уртаса континенталь. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2,5°С, ғин. уртаса т‑ра ‑15°С, июлдә 18°С. Абс. макс. т‑ра 38°С, абс. миним. т‑ра ‑48,1°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 650 мм, йылы осорҙа — 400—450 мм. Гидрографик селтәрҙе Яманйылға, Эҫем, Һалдыбаш, Яланды ҡушылдыҡтары м‑н Ҡариҙел й.; һыубаҫар туғай һәм карст күлдәре, Павловка һыуһаҡлағысы барлыҡҡа килтерә. Һоро урман тупрағы өҫтөнлөк итә, кәҫле‑карбонатлы тупраҡ, кәҫле көлһыу тупраҡ һәм көлһыуланған ҡара тупраҡ, Ҡариҙел й. үҙәнендә — аллювиаль тупраҡ осрай. Ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы һәм киң япраҡлы урман таралған, ҡайһы бер ерҙә икенсел уҫаҡлыҡтар осрай. Райондың 76,3%‑ын урман ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман төрҙәренән тора. Красный Ключ сығанағы, Саруа күле, Упҡанкүл, Яманйылға, Саруа й. һәм уларҙың тирә‑яғы — тәбиғәт ҡомартҡылары. Первомайск заказнигы ойошторолған. 2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 50,3 мең га (дөйөм майҙандың 20,0%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 15,8, сабынлыҡтар — 16,7, көтөүлектәр — 17,7; урмандар майҙаны — 191,7, ер өҫтө һыуҙары — 4,4. Район төньяҡ урман‑дала зонаһына инә. А.х. пр‑тиелары [7 ЯСЙ, 38 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары үҫтереүгә, йәшелсәселеккә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, умартасылыҡ үҫешкән. Район терр‑яһында урман хужалығы бар. Павловка ГЭС‑ы, “Ҡыҙыл Шишмә”, “Саруа” ЯСЙ‑лары (шешәгә тултырылған минераль һыу етештереү), юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Өфө—Иглин—Ҡыҙылъяр, Благовещен—Павловка—Ҡыҙылъяр автомобиль юлдары үтә. Н.р. төньяҡ иҡтисади төбәккә инә. Районда Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһының вәкиллеге (Ҡыҙылъяр), 17 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 13‑ө урта мәктәп, ш. иҫ. Байгилде ауыл лицейы һәм Ҡыҙылъяр урта мәктәбе, 15 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар муз. мәктәбе; үҙәк район һәм 1 участка дауаханаһы, 2 амбулатория, 23 фельдшер-акушерлыҡ пункты, Павловка балалар шифаханаһы; мәҙәниәт һарайы, 23 клуб учреждениеһы, 23 китапхана, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы; 17 ял базаһы, ш. иҫ. “Павловка паркы” туристик тау саңғыһы үҙәге, бар. 3 өлгөлө һәм 7 халыҡ үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Красный Ключ” гәз. сыға. 

И.В.Голубченко

Тәрж. З.Б.Латипова

 

Карта района

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019