Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЫРҠЫШ

Просмотров: 637

ТЫРҠЫШ (Amanita), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәк заты. 50‑нән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 7 төрө бар: поганка һымаҡ Т., ҡаплан Т., һоро Тырҡыш һ.б. Эшләпәләренең диам. 4 — 20 см, аҡ, ҡыҙыл, йәшел йәки көрән төҫтә. Япмаһы дөйөм, ҡыҙыл Т. айырым. Йәш бәшмәктең емешлек тәне тулыһынса үҫә барыу м‑н асыла барған дөйөм япма аҫтында урынлашҡан. Япманың өҫкө өлөшө эшләпәлә аҡ, һорғолт төҫтәге киҫәктәр йәки сөйәлдәр рәүешендә ҡала, аҫҡы өлөшө вольва (еңсә) барлыҡҡа килтерә. Һабы аҡ йәки һары төҫтә, шыма йәки сүсле, аҫҡа табан бүлбе рәүешле итеп йыуанайған. Пластинкалары ирекле, аҡ, һирәк осраҡта һарғылт төҫтә. Спора онтағы аҡ. Төрлө ағастар м‑н микоризаға инә. Ылыҫлы, япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа үҫә, июль—окт. осрай. Ал Т. — ашарға яраҡлы бәшмәк, ҡыҙыл Т. халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ағыулы һәм аҡ бәшмәк һ.б. — ағыулы бәшмәктәр.

С.В.Кучерова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: