Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАЛАКСИС

Просмотров: 806

МАЛАКСИС (Malaxis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда һыңар япраҡлы М. үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төбөндә бүлбе һымаҡ йыуан, бейеклеге 8—30 см. Япрағы, ғәҙәттә, яңғыҙ, оҙонса йәки йомортҡа формаһында, оҙон һап булып тарая, һабаҡтың төбөндә урынлашҡан. Сәскәһе ваҡ, йәшкелт һары төҫтә, уралған сәскә һабына йыйылған. Тышҡы әйләнә япраҡсалары ланцет формаһында, ирекле, эскеһенеке — ҡыяҡ, аҫҡа табан йүнәлтелгән. Ирене 2—3 мм оҙонлоҡта, төбөндә киң йомортҡа формаһында, осло башлы. Сәскәлеге — күп сәскәле тәлгәш. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — ҡумта, июль—августа өлгөрә. Асыҡ ылыҫлы урмандарҙа, дымлы ҡайынлыҡтарҙа һәм болондарҙа, мүкләнгән ҡаяларҙа үҫә. Һирәкләп Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында (Белорет, Бөрйән, Учалы һәм Әбйәлил райондары) һәм Башҡортостандың Урал алдында (Мәсәғүт урман‑далалары, Өфө яйлаһы) осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. 

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023