Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨЖӘК АШАУСЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР

Просмотров: 948

БӨЖӘК АШАУСЫ ҮҪЕМЛЕКТӘР, бөжәктәр (һирәкләп башҡа ваҡ йәнлектәр) тотоусы һәм уларҙы өҫтәмә азотлы туҡланыу сығанағы итеп ҡулланыусы автотроф үҫемлектәр. Яҡынса 500 төрө билдәле; БР‑ҙа майлы үлән, ҡыуыҡлы үлән, ысыҡ үләне заттарына ҡараған 6 төрө үҫә. Азот берләшмәләренә ярлы субстраттарҙа (сөсө һыу ятҡылыҡтары, һаҙлы болондар, һаҙлыҡтар) үҫәләр. Ер өҫтө Б.а.ү. (майлы үлән, ысыҡ үләне) тамыры насар үҫешкән, һыу Б.а.ү. (ҡыуыҡлы үлән) — редукцияға бирелгән. Бөжәктәрҙе аулау ағзаларына үҙгәргән япраҡтары (тоҙаҡ, ҡапҡан, йәбештергес) м‑н тота. Был япраҡтарҙың өҫкө өлөшөндә пепсин, бензой, ҡырмыҫҡа һ.б. к‑талар тибындағы аш һеңдереү ферменттары бүлеп сығарған биҙҙәр бар. Ферменттар бөжәк тәне аҡһымдарын Б.а.ү. үҙләштерерлек берләшмәләргә тарҡата. Майлы үләндең һәм ысыҡ үләненең япраҡтары бөжәктәрҙе йәлеп итеүсе һәм уларҙы япраҡҡа йәбештереүсе йәбешкәк шыйыҡса бүлеп сығарған башлы биҙҙәр м‑н ҡапланған. Бөжәк тоҙаҡҡа эләкһә, үҫемлек биҙҙәренең секрецияһы көсәйә, шул ваҡытта биҙле төксәләр бөжәктең тәне йүнәлешендә бөгөлә (ысыҡ үләне) йәки бөжәк йәбешкән аулау япрағының ситтәре төрөлә (майлы үлән). Ҡыуыҡлы үлән ҡапҡандарының (ҡыуыҡтарының) һиҙгер төк м‑н уратып алынған клапанлы тишектәре бар. Декоратив үҫемлек, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ябай майлы үлән, ваҡ ҡыуыҡлы үлән, инглиз ысыҡ үләне БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

А.Р.Ишбирҙин, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: