Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫНА

Просмотров: 833

ҠЫНА (Impatiens), ҡына һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 900 төрө билдәле, башлыса Африка һәм Азияның тропик һәм субтропик бүлкәттәрендә, ҡайһы бер төрҙәре Евразия, Африка һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ваҡ сәскәле Ҡ. һәм ябай Ҡ. үҫә. Бер йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 30—90 см. Һабаҡтары һутлы, төҙ, тармаҡлы. Япраҡтары йомортҡа йәки эллипс формаһында, эре йәки бысҡы тешле, аҫҡыһы һаплы, өҫкөһө ултырма тиерлек, төбөндә йомро, сиратлы. Сәскәләре ваҡ йәки эре, һалынҡы, сәскә һабында 3—5‑ләп урынлашҡан, асыҡ һары төҫтә, төпкө өлөшө ҡыҙғылт төрткөлө; оҙонайған ҡыуыш үҫентеһе ырғаҡ формаһында. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — оҙонса таҫма рәүешле ҡумта. Йылға һәм шишмә ярҙарында, урмандарҙа, дымлы урман ситтәрендә үҫә; ябай Ҡ. (ситтән килтерелгән төр) — Башҡортостандың Урал аръяғынан башҡа, респ. бөтә терр‑яһында, ваҡ сәскәле Ҡ. һирәкләп Баймаҡ һәм Күгәрсен р‑ндарында осрай. Ябай Ҡ. — баллы үҫемлек, составында дуплаусы матдәләр, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Н.В.Маслова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019