Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НЕСКӘГӨЛ

Просмотров: 1355

НЕСКӘГӨЛ (Eritrichium), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә һәм Төньяҡ Американың көнбайыш өлөшөндә таралған. Башҡортостанда урал Н. үҫә. Мендәр формаһындағы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 3—7 см. Һабағы өҫкә ҡараған һырылып торған ҡуйы ҡаты төк м‑н ҡапланған. Тамыр яны япраҡтары ланцет формаһында, оҙонлоғо 0,5—1,5 см, розеткаға йыйылған, һабаҡтағылары — ҡыяҡ, ситтәре төклө, сиратлы. Сәскәһе ваҡ, зәңгәр төҫтә, һирәк суҡта. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — сәнскеле ваҡ сәтләүек, июль—авг. өлгөрә. Нәрәле һыртының ташлы тау далаларында осрай. Эндемик, БР‑ҙың һәм РСФСР‑ҙың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

А.Р.Ишбирҙин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.12.2024
Связанные статьи: