НИТРОФИЛЬ ҮҪЕМЛЕКТӘР
НИТРОФИЛЬ ҮҪЕМЛЕКТӘР, нитраттарға бай булған тупраҡта үҫкән үҫемлектәр. Бер (алабута, ҡара алабута һ.б.) йәки күп (кесерткән, сөйәл үләне һ.б.) йыллыҡ үлән, һирәгерәк ҡыуаҡ (ҡурай еләге) йәки бейек булмаған ағас (мәрүәр) һәм лианалар (ҡомалаҡ). Н.ү. башлыса фитоценоздарҙың тергеҙеүсе сукцессияһының башланғыс стадия бергәлектәрендә осраған рудераль үҫемлектәр булып тора һәм болон, дала йәки урман төрҙәре м‑н алмашына. БР флораһында Н.ү. араһында декоратив үҫемлектәр (болон төлкөғойроғо, бөҙрә мальва һ.б.), мал аҙығы үҫемлектәре (тимофеевка, төлкөғойроҡ һ.б.), дарыу үҫемлектәре (бишҡалаҡ арыҫлан ҡойроғо, ике өйлө кесерткән һ.б.), баллы үҫемлектәр (дегәнәк, шайтан таяғы һ.б.), ҡый үләндәре (алабута, ҡара алабута һ.б.) һәм ағыулы үҫемлектәр (ҡаразирә, тилебәрән һ.б.) бар.
Әҙәб.: Сегетальные сообщества Башкирии. Уфа, 1985; Синтаксономия, экология и динамика рудеральных сообществ Башкирии. Уфа, 1988; М и р к и н Б.М. Экология растительности сельскохозяйственных земель Башкирии. Уфа, 1990.
Б.М.Миркин
Тәрж. Г.А.Миһранова