Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҪЫҒҮЛӘН

Просмотров: 651

ҺАҪЫҒҮЛӘН (Scrophularia), һаҫығүлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 310 төрө билдәле, Евразияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә, һирәкләп Төньяҡ һәм Үҙәк Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, 4 ҡырлы, биҙле төктәре бар, ҡайһы берҙә аҫ яҡтан яланғас, бейеклеге 100—120 см тиклем. Япраҡтары ҡапма‑ҡаршы урынлашҡан, оҙонса йомортҡа һымаҡ, осло, ситтәре эре киртләсле‑бысҡылы йәки тешле. Сәскәләре күркһеҙ, ҡыҙғылт йәшел төҫтә, ваҡ, оҙон һепертке башлы сәскәлектәрҙә йыйылған. Май—июлдә сәскә ата. Емеше — ике оялы ҡумта,июнь—сент. өлгөрә. Күләгәле урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, йылға ярҙарында, болондарҙа үҫә. Төйөрлө Һ. респ. бөтә терр‑яһында осрай, составына алкалоидтар һәм са­пониндар инә, халыҡ медицинаһында ҡулланыла,баллы үҫемлек, ағыулы үҫемлек; Скополь Һ. Сандар а. (Нуриман р‑ны) янында һәм Машаҡ һыртында (Белорет р‑ны) табылған, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ф.К.Фазылйәнова

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: