Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАҪЫҒҮЛӘН ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1154

ҺАҪЫҒҮЛӘН ҺЫМАҠТАР (Scrophulariaceae), ике өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 200 заты, 3000 төрө билдәле, күбеһенсә ике ярымшарҙың да уртаса бүлкәтендә таралғандар. Үләндәр, ярым ҡыуаҡлыҡтар һәм ҡыуаҡлыҡтар. Башҡортостанда 14 затҡа ҡараған 55 төрө үҫә (күләүекгөл, ҡарһаҡ, шылтырауыҡ, юшан һ.б.). Күп, һирәгерәк ике һәм бер йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, һирәк осраҡта үрмәле, ябай йәки тарбаҡлы. Япраҡтары ябай, бөтөн йәки ҡыйғас, ултырма йәки һаплы; һабаҡ япраҡтары ҡапма‑ҡаршы йәки бер‑бер артлы урынлашҡан, тамыр яны япраҡтары суҡлы. Сәскәләре эре (уймаҡ сәскә, һыйырғолаҡ һ.б.) йәки ваҡ (ҡарһаҡ, тешүлән һ.б.), һары, зәңгәр, ал төҫтә, ғәҙәттә дөрөҫ булмаған формала. Каса япрағы 4—5 тешле йәки бүлкәтле, тажы тоташып үҫкән көпшәле, ике иренле, һирәгерәк тәгәрмәс йәки ҡыңғырау һымаҡ, ҡайһы берҙә төбөндә тоҡҡа оҡшаған йәки оҙонайған ҡыуыш үҫентеһе була. Һеркәстәре 4, ҡайһы берҙә 2 (юшан) йәки 5 (һыйырғолаҡ). Емешлеге оҙон көп­шәле, емшәне өҫкө, ғәҙәттә 2 оялы. Сәскәлектәре — тәлгәштәр, суҡтар йәки башаҡтар, тилсә уты, һыйырғолаҡ, шылтырауыҡ төрҙәрендә сәскәләр кәүшәк башаҡ барлыҡҡа килтергән шәл­кемдәргә йыйылған. Бөжәктәр ярҙамында һеркәләнә. Емеше — ҡумта, орлоҡтарын ел һәм ҡырмыҫҡалар тарата. Болондарҙа, һыу ятҡылыҡтарының ярҙарында, далаларҙа, ур­мандарҙа, ҡыуаҡлыҡтар араһында, ҡайһы берҙәре баҫыуҙарҙа үҫә. Декоратив үҫемлектәр (кастиллея, юшан һ.б. төрҙәре), баллы үҫемлектәр (тоноҡ кастиллея, ябай етенүлән, тилсә уты төрҙәре һ.б.), дарыу үҫемлектәре (айыу һыйырғолағы, уймаҡ сәскә). Составында алкалоидтар, иридоидтар, сапониндар, флавоноидтар булған тилсә уты, һаҫығүлән, юшан һ.б. төрҙәре халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Тешүлән, ябай етенүлән — рудераль үҫемлектәр, мөсһөҙ етенүлән, урман тилсә уты, һаҙ бетүләне ағыулы үҫемлектәр, ҡарһаҡ, тешүлән, шылтырауыҡ заттарына ҡараған төрҙәр — ярым паразит үҫемлектәр. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына шифалы ҡырлут, реликттар — алтай етенүләне, сибек етенүлән, Скополь һаҫығүләне, Эдер бетүләне, эре юшан һәм эндемик — урал лаготисы индерелгән.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019