Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БҮТӘГӘ

Просмотров: 951

БҮТӘГӘ, һолобаш (Festuca), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 300‑ҙән ашыу төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә һәм тропик бүлкәт тауҙарында таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Оҙон йәки ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, 20—160 см бейеклектә. Япрағы ҡыяҡ, яҫы, буй бөкләнгән йәки төрөлгән, ҡытыршы, һирәгерәк шыма, төклө йәки төкһөҙ; япраҡ еңсәһе йомоҡ йәки бүленгән, йыш ҡына ҡолаҡлы, телсәһе ярылы. Башағы ян-яҡтан ҡыҫылған, 2—10 сәскәле. Башаҡ тәңкәһе тигеҙһеҙ, һиҙелер-һиҙелмәҫ киль м‑н. Аҫҡы сәскә тәңкәһе осло башлы йәки ҡылсыҡлы. Сәскәлеге — һепертке. Май—авг. сәскә ата. Емеше — бөртөксә. Болонда, ташлы битләүҙәрҙә, ҡаяла, далала, киң япраҡлы урманда һ.б. үҫә. Болон Б., валиссия Б. (типсәк), ҡая Б., ҡыҙыл Б., ялған һарыҡ Б. респ. бөтә терр‑яһында тиерлек таралған, эндемик Игошина Б., реликттар гигант Б. һәм һонтор Б. — тау болондарында һәм тау тундраһында, ҡамышүлән Б. — һирәкләп Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында. Декоратив, мал аҙығы үҫемлектәре. Культурала болон Б. таралған. 1000 орлоғоноң ауырлығы 1,8—3,2 г. Ҡышҡа һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлы үҫемлек. Иртә өлгөрөүе м‑н айырыла, 2 тапҡыр сабырға мөмкин. Сабылғандан һәм тапалғандан һуң яҡшы үҫә. Төп элгәрҙәре: йәшел мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үләндәр, аралыҡ һәм ужым иген культуралары. Иртә яҙ сәселә. Сәсеү нормаһы (кг/ га): рәт ысулы м‑н сәскәндә 14—16, киң рәтләп — 8—10, күмеү тәрәнлеге 1,5—1,8 см. Уңдырышлылығы (ц/га): йәшел масса 150—180, бесән 40—50, орлоҡ 3,5—4,0; 100 кг йәшел массала 26,3 аҙыҡ берәмеге, 2,2 кг үҙләштерелеүсе протеин бар (Өфө тәжрибә-производство хужалығы, 1981—84). Культуралы сабынлыҡ һәм көтөүлек булдырғанда үлән ҡатнашмаһында ҡулланыла. Б. агротехникаһын эшләү һәм сорттарын сығарыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. башлап Ауыл хужалығы институтында (Ғ.Ҡ.Зарипова, Р.С.Йәнекәев һ.б.) алып барыла. Урал аръяғы дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман-дала зонаһында үҫтереүгә тәҡдим ителгән. БР б‑са ҡулланылышҡа Моршанская 1304, Пензенская 1 сорттары индерелгән.

Ғ.Ҡ.Зарипова, М.М.Ишморатова, Р.С.Йәнекәев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019