Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘПЕМБӘ

Просмотров: 737

БӘПЕМБӘ (Taraxacum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, ике ярымшарҙың тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған.

Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы көпшә рәүешендә, 20—50 см бейеклектә. Япрағы йоҡа, йәшел, шыма ситленән кәмә һымаҡ ҡауырһын бүлемлегә тиклем. Кәрзинкәһе күп рәтле япраҡса урамаһынан һәм күп һанлы һары ике енесле телсә һымаҡ сәскәнән тора, 1,5—2,5 тапҡырға япраҡса урамаһынан оҙонораҡ. Апр.—окт. сәскә ата. Емеше аҡ төктән торған осоусы өлпөлө орлоҡса, апр.—окт. өлгөрә. Көҙгө Б. далала, ҡоро битләүҙәрҙә, юл ситендә үҫә; шифалы Б. — болонда, яланда, торлаҡ янында; бессараб Б. һәм ҡыҙыл орлоҡло Б. — татырлы һәм тоҙло тупраҡлы болондарҙа. Респ. бөтә терр‑яһында осрай. Шифалы Б. — ҡый үләне, мал аҙығы, баллы, дарыу үҫемлеге; ҡайһы бер илдәрҙә махсус үҫтерелә. Составында алкалоидтар һәм инулиндар булған бессараб Б. халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019