Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭТҠОЛАҠ

Просмотров: 573

ЭТҠОЛАҠ (Symphytum), күгәрсен күҙе һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда да­рыулы Э. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ ҡытыршы төклө үлән. Һабағы ҡырлы, тарбаҡлы, төҙ, бейеклеге 30—100 см. Япрағы эре, оҙонса‑йомортҡа һымаҡ, сиратлы, аҫҡыһы ҡанатлы һапҡа тиклем тарайған, өҫкөһө ултырма. Сәскәһе эре: касаһы 5‑кә бүленгән, тажы көпшә‑ҡыңғырауға оҡшаш, 5 айырсалы, сәскә атыуҙың башында — көрән күк йәки ҡуйы ҡыҙыл, һуңыраҡ зәңгәр төҫтә була.

Сәскәлеге — һеперткегә йыйылған төргәк. Май — июлдә сәскә ата. Емеше ҡоро, өлгөргәндән һуң (июль—сент.) 4 сәтләүеккә бүленә. Иң бейек тауҙарҙан башҡа респ. бөтә терр‑яһы буйлап дымлы болондарҙа, йылға ярҙарында үҫә. Декоратив, мал аҙығы, баллы үҫемлек. Йәш үренделәре һәм япраҡтары ашарға яраҡлы. Составында дуплау матдәләре, органик к‑талар, сапониндар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: